Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
13 Сентябрь 2019, 12:00

Һорау эттәр тураһында

Һорау


Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы лицей ихатаһында.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙат алынды.


“Күршеләрем лайка тоҡомло эт тота. Көндөҙ ул септә тора, ә кисен хужалар уны ысҡындырып ебәрә. Эт йорт ҡоштарына ташлана, минең бер ҡаҙ менән тауығымды талап үлтерҙе. Фотоһүрәттәр йәки башҡа дәлилдәрем юҡ. Зыянды ҡаплатырға буламы? Унан тыш, мин өйҙәгеләремдең именлеге өсөн дә борсолам.

Бындай осраҡта нимә эшләргә? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?”

Эльвира, пенсионер, Оло Ыҡтамаҡ ауылы.


Һорауға Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Юнысова яуап бирә:

– Административ протокол төҙөү өсөн был осраҡта фото- йәки видеодәлилдәр кәрәк. Улар менән – ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә, унда административ протокол төҙөләсәк. Был документ райондың административ комиссияһына тапшырыласаҡ һәм унда тикшереләсәк.

Күршегеҙгә ундай осраҡта этен тейешенсә аҫрамаған өсөн 500-ҙән 1000 һум-ға тиклем штраф янай.

Зыянды ҡаплатыу өсөн судҡа дәғүә ғаризаһы бирергә кәрәк.


“Минең балам беренсе класта уҡый. Һәр иртә мин уны мәктәпкә оҙатып барам һәм мәктәп ихатаһында биш-алты эттән торған көтөүҙе күрәм. Башҡа ата-әсәләр кеүек үк мин дә баламдың һаулығы һәм ғүмере өсөн борсолам. Әлеге берәҙәк эттәргә ҡарата нишләп бер ниндәй ҙә саралар күрелмәй?”

Наталья,

Оло Ыҡтамаҡ ауылы.


Был хәлгә Мәсетле районы хакимиәте вәкиле Анфиса Ишмөхәмәтова аңлатма бирә:

– Мәктәп эргәһендә йыйылған эттәр – ул балалар артынан килгән эттәр. Әле мәктәптәрҙә уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре менән аңлатма һәм мәғлүмәтләндереү эше бара. Бынан тыш, эттәрҙе мәктәпкә килтермәҫкә, тигән иғландар урынлаштырырға ҡушылған. Иртәләрен уҡытыусылар менән бергә дежур итеү ойоштороласаҡ һәм хайуандарҙың хужаларына акттар төҙөләсәк.

Ә район буйынса берәҙәк эттәрҙе тотоу дауам итә.


Белешмә:

Лайкалар – Евразияның урман һәм урман-тундра зоналарында формалашҡан һунар эттәре тоҡомдары төркөмө. Уларҙың морондары осло һәм ҡолаҡтары текә тора. Ваҡ һәм эре хайуандарға, ҡарағай урманы кейектәренә һунар итеү өсөн файҙаланыла.

Улар аҫрауҙа әрһеҙ, уҫал түгел, күңелсәк, уйынсаҡ, һаулыҡтары ныҡ, тышҡы ҡиәфәттәре менән һөйкөмлөләр, дәртле һунарсылар. Ләкин фатирҙа аҫрау өсөн улар артыҡ әүҙем, хәрәкәтсән һәм көн һайын оҙаҡ итеп тышта, иркендә йөрөтөүҙе талап итә.

Лайкалар әле йәштән үк үҙҙәренең йыртҡыстарға хас һунарсы инстинкттарын күрһәтә башлай һәм йорт ҡоштары, бесәйҙәр һәм башҡа эттәр артынан баҫтыра. Әммә ундай әүәҫлектәрен хупларға ярамай, этте йорт хайуандарын эҙәрлекләмәҫкә өйрәтергә кәрәк.

Аҫрауға лайка алыр алдынан бөтә аргументтарҙы ла үлсәп ҡарарға кәрәк. Был эт диванда ғына ята торған ҡул уйынсығы була алмаясаҡ, сөнки айырым тәрбиә һәм иғтибар талап итә.


Беҙҙә эттәрҙең ниндәй тоҡомдары бар?

Мәсетле район ветстанцияһы ветврачы Наил Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, мәсетлеләр нәҫелһеҙ эттәр генә аҫрамай. Эттәрҙең хаски, алабай, такса, ротвейлер, шарпей, Мәскәү һаҡ эттәре, той-терьер кеүек тоҡомдары киң таралған. шулай уҡ Тибет мастифтары ла бар, уларҙың хаҡтары 150 мең һумға барып етә.