Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
2 Сентябрь 2019, 16:00

“Сюрпризлы” күмәс

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе район үҙәге магазиндарының береһендә күңелһеҙ сюрприз менән күмәс һатып алған.


– Башта йөҙөм тип уйланым, тик һуңынан тәпәйҙәрен һәм башҡа ерҙәрен күреп ҡалдым, – ти кәйефе ҡырыл-ған һатып алыусы. – Әйтегеҙ әле, зин-һар, бындай осраҡта һатып алыусыға нимә эшләргә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығының Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарындағы территориаль бүлеге начальнигы Эльмир Ғималетдинов аңлатма бирә:

– Туҡланыу продукттары эсендә ят нәмәләр килеп сыҡҡан ваҡытта ҡулланыусыға туҡланыу продуктын һәм унда табылған сит предметты, һатыусы биргән чекты (әгәр булһа), тауар ҡабын (унда тауар етештереүсенең мәғлүмәттәре бар) һаҡлап ҡалырға кәрәк. Шулай уҡ продуктты һәм сит предметты ни рәүештә тапҡанһығыҙ – шул килеш фотоға төшөрә алаһығыҙ.

Шул уҡ ваҡытта аңлатабыҙ: Рәсәй Федерацияһының 1992 йылдың 7 февралендәге “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында” 2300-1 һанлы Законының 7-се статьяһына ярашлы, ҡулланыусының ғүмере, һаулығы, мөлкәте һәм тирә-яҡ мөхит өсөн тауар (эш, хеҙмәт) хәүефһеҙлегенә хоҡуғы нығытылған һәм тауарҙың хәүефһеҙлеге тәьмин ителмәгәндә ул компенсацияла- нырға тейеш.

Артабан рәсми ғариза (дәғүә) яҙып продуктта сит әйберҙәр табылыуы тураһында һатыусыға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғариза ике данала төҙөлә, һеҙҙәгеһе һатыусының ҡултамғаһы һәм ғариза тапшырылыу датаһы менән раҫланылырға тейеш. Закон ғариза (дәғүә) һәм талаптар биреү формаһын билдәләмәй, әммә үҙ мәнфәғәтегеҙҙә хоҡуҡтарығыҙ боҙолоуы тураһында белдереү тейешле булһын, ә суд яҡлауын һорап мөрәжәғәт иткән осраҡта белдерелгән дәғүәләр һәм талаптар фактын һәм асылын иҫбат итеү мөмкин булһын өсөн быны яҙма формала эшләү яҡшыраҡ.

Тауар һатыусы/етештереүсе ғаризағыҙҙы шәхсән ҡабул итеүҙән баш тартҡан осраҡта, һеҙгә ғаризағыҙҙы тапшырыу тураһында белдереү (уведомление) менән заказлы хат итеп магазин йәки шәхси эшҡыуар адресына “Рәсәй почтаһы” аша ебәрергә кәрәк.

Әгәр һеҙ белдергән дәғүәләр ирекле рәүештә ҡәнәғәтләндерелмәһә, бәхәс граждандар суд эштәрен башҡарыу сиктәрендә хәл ителәсәк.

Рәсәй Федерацияһының 1992 йыл-дың 7 февралендәге “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында” 2300-1 һанлы Законының 17-се статьяһының 3-сө пунктына, Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 333.36-сы статьяһының 2-се пунктының 4-се ярҙамсы пунктына һәм 3-сө пунктына ярашлы, дәғүә ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт иткәндә, әгәр дәғүә хаҡы 1000000 һумдан артмаһа, ҡулланыусылар уларҙың хоҡуҡтары боҙолоу менән бәйле эштәр буйынса дәүләт пошлинаһын түләүҙән азат ителә.

Мөлкәт зыянын ҡаплатыу менән бер рәттән, һеҙ, ҡулланыусы булараҡ, шулай уҡ әхлаҡи зыянығыҙҙы ҡаплауҙы талап итергә хоҡуҡлы. Уның күләме суд менән билдәләнә һәм мөлкәт зыянын ҡаплау күләменә бәйләнмәгән.

Судҡа мөрәжәғәт иткән осраҡта (суд бәхәс нигеҙе буйынса беренсе инстанцияны сығарғанға тиклем) һеҙ Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығын йәлеп итеүҙе һорап ғариза яҙырға хоҡуҡлы.

Санитария-эпидемиология ҡануниәте өлкәһендә йәиһә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә хоҡуҡтарығыҙ боҙолған осраҡта 8 (34798) 3-18-37 телефоны йәки 452530, Башҡортостан Республикаһы, Дыуан районы, Мәсәғүт ауылы, Дауахана урамы, 4 адресы буйынса Роспотребнадзор-ҙың БР буйынса идаралығының Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарындағы территориаль бүлегенә мөрәжәғәт итеүегеҙҙе үтенәбеҙ.