“Оло Ыҡтамаҡ – Йонос – Йосоп – Дүшәмбикә юлы – муниципаль-ара әһәмиәттәге юл. Уны хеҙмәтләндереү менән “Башкир- автодор” АЙ-һының Мәсетле филиалы шөғөлләнә. Улар автогрейдер менән автомобиль юлына дөрөҫ рәүеш бирә һәм планлаштыра. 24 июлгә юл ҡатламының торошо ҡәнәғәтләнерлек. Үкенескә күрә, был юлға асфальт түшәү әлегә планда юҡ. Быйылға ремонтланыусы юлдар исемлеге төҙөлгән:
https://mechetlybashkortostan.ru/documents/plans/232196/. Ә әлеге юлды 2020 йылға индереү тураһында заявканы беҙ Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына ебәрҙек.