Күҙәтеүселәр – һайлау участкаларында тауыш биреү һәм тауыштарҙы иҫәпләү барышының законлылығын күҙәтеп барыусы һайлау процесында ҡатнашыусылар.
Йәшәү һәм теркәлеү урынына ҡарамаҫтан, балиғ булған йәштәге һәр рәсәйле күҙәтеүсе була ала. Әммә күҙәтеүселәрҙе һайлау участкаларына һайлауҙа ҡатнашҡан партиялар һәм кандидаттар ебәрә. Уларға туранан-тура мөрәжәғәт итергә мөмкин – ул саҡта партияла тороу талап ителмәй. Партия һәм кандидаттарҙан тыш күҙәтеүселәрҙе йәмәғәт контроле субъекттары – Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы тәғәйенләй ала.
Һайлау барышында күҙәтеүсе булырға теләү тураһында заявканы алдан уҡыу, тренинг-тарҙа ҡатнашыу һәм ваҡытында методик материалдар менән тәьмин ителеү өсөн, иртәрәк бирергә кәрәк. Һайлау тураһында законды белмәй тороп, күҙәтеүҙе тулы ҡиммәтле алып барыу мөмкин түгел.
Эксперттар шулай уҡ күҙәтеүселәргә мөмкин тиклем бөтә кампанияны күҙәтеп барырға кәңәш итә. Ул осраҡта тауыш биреү көнө ниндәй буласағын, кемдең ниндәй закон боҙоу-ға барыуы ихтималлығын күҙалларға була.
Бер үк һайлау участкаһында бер үк ваҡытта бер кандидаттан йәки партиянан, йәки йәмәғәт контроле субъектынан бер генә күҙәтеүсе була ала. Был шул уҡ кандидаттан йәки партиянан участка һайлау комиссияһы ағзаларына ҡағылмай.
Тауыш биреү көнөндә күҙәтеүселәр һайлау участкаһында барған бар процесты күҙәтеп, ихтимал булған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы теркәп барырға, шул иҫәптән фото һәм видео ярҙамында теркәргә тейеш. Күҙәтеүҙең маҡсаты – ихтимал булған ялғанлыҡтарҙы, мәҫәлән, бюллетендәр төшөрөүҙе, бер үк кешеләрҙең күп тапҡырҙар тауыш биреүҙәрен, участка комиссияларының йомғаҡлау протоколдарын күсереп яҙыуҙарын иҫкәртеү.
Күҙәтеүселәргә бюллетендәргә тейеү, тауыш биреүселәргә ярҙам итеү тыйыла. Шулай уҡ күҙәтеүселәр тауыш биреүҙә, комиссия эшендә ҡатнаша алмай, һайлаусыларҙы кандидаттарҙың береһе өсөн тауыш бирергә өндәргә хоҡуғы юҡ.
Беҙ күҙәтеүселәрҙе үҙҙәрен конфронтацияға көйләмәҫкә саҡырабыҙ. Эште комиссия менән конструктив бәйләнеш булдырыуҙан башлау яҡшыраҡ. Әгәр комиссия етәкселәренең береһе күҙәтеүсенең хоҡуҡтарын сикләргә тырыша һәм тауыш биреү барышын контролдә тоторға ҡамасаулай икән, ул ваҡытта законһыҙ ғәмәлдәр тураһында мәсьәләне юғарыраҡ торған комиссияға, шул иҫәптән 8-800-347-54-54 “Ҡыҙыу линия” телефоны буйынса республика Үҙәк һайлау комиссияһына шылтыратып хәл итергә тырышырға була. Инде был да ярҙам итмәһә, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ялыу йәки ғариза менән мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Тауыш биреү көнөндә күҙәтеүсегә һайлау участкаһы асылғанға тиклем ярты сәғәт алдан (6.30) килергә һәм, тауыш биреү барышын контролдә тотоп, көн буйы һайлау участкаһында булырға. 21.00 сәғәттә участкалар ябыла һәм иң мөһим этап – тауыштарҙы һанау башлана. Күҙәтеүсегә иҫәпләүҙе контролдә тоторға һәм һуңында бирелгән тауыштар һаны һәм башҡа параметрҙар күрһәтелгән йомғаҡлау протоколының дөрөҫ раҫланған күсермәһен алырға кәрәк. Һуңынан күҙәтеүсе ул мәғлүмәтте рәсми баҫылғаны менән сағыштыра йәғни ниндәйҙер хоҡуҡ боҙоу-ҙарҙы асыҡлай ала.
Ҡағиҙә булараҡ, күҙәтеүсе – ирекмән, ул эше өсөн бер ниндәй ҙә бүләкләү алмай.