Һорауға Пенсия фондының Мәсетле районы буйынса идаралығы начальнигы Эдуард Бәҙретдинов яуап бирә:
– Закон тарафынан ҡараусыны юғалтыу сәбәпле үҙеңдең хеҙмәт йәки социаль пенсияңдан ҡараусының пенсияһына күсеү рөхсәт ителә, әммә был отошло булһа ғына. Ә уның отош-ло булмауы ла ихтимал, сөнки ҡараусыны юғалтыу буйынса пенсияны иҫәпләгәндә теркәлгән база күләме 1/2 күләмендә алына. Шуға күрә тәүҙә Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәренән консультация алығыҙ.
Хәҙер процедураның үҙе тураһында. Вафат булған ҡараусының уның ҡарауында булмаған эшкә һәләтһеҙ ҡатыны, ҡараусыны юғалтыу сәбәпле, хеҙмәт пенсияһына йәшәү өсөн сығанаҡһыҙ ҡалған осраҡта хоҡуҡлы. Ябай итеп әйткәндә, әгәр һеҙ эшләмәһәгеҙ һәм үҙ пенсияғыҙҙан яҙма рәүештә баш тартһағыҙ, баш тартҡан көндө ҡараусыны юғалтыу буйынса пенсия тәғәйенләү тураһында ғариза бирә алаһығыҙ.
Пенсия һеҙгә ғариза биргән көндән башлап түләнә. Йәки, ҡараусыны юғалтҡан ваҡытҡа ҡарап, унан иртәрәк.