Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
11 Июнь 2019, 15:02

Подъездар ремонтлау

“Инцидент” программаһы республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һәм район хакимиәте башлығының социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә баҫылған район халҡының иң көнүҙәк проблемаларын күҙәтеүҙе дауам итә.

“Хөрмәтле БР Хакимиәте! Мәсетле районында Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы күп фатирлы йорттарҙа подъездарға капиталь ремонт яһала. Эшселәргә һүҙ юҡ, үҙ эштәрен насар башҡармайҙар. Ни өсөн подъезға инә торған ишектәрҙә бөтә күп фатирлы йорттарҙа ла кодты бер төрлө иткәндәр икән? Ул шулай уйланылғанмы? Подъездарҙа кодтар бит төрлө булырға тейеш. Унан һуң, подъезд алдында плитаны тик ингән ер тирәһенә генә һалалар, ә тотош ингән ергә түгел – был да проект буйынсамы?”


Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин яуап бирә.

– Барлыҡ күп фатирлы йорттарҙа ла бер төрлө код ҡуйылған, сөнки заводтан уҡ ул бер төрлө килә. Ҡуйылғандан һуң һатып алыусы яңынан көйләп, үҙе өсөн теләгән бер кодты һайлай ала. Шуға күрә эштәр тамамланғандан һуң, йортта йәшәүселәр бер ҡарарға килеп, үҙҙәренә яраҡлы кодты һайлаясаҡ.

Смета документацияһы буйынса алғы өлөштә 6-9 кв. метрҙан да ҙурыраҡ булмаған майҙанда плитка түшәү ҡаралған. Нисек кенә күберәк эшләге килгән хәлдә лә, үкенескә күрә, эш күләме уның хаҡы менән сикләнгән. Ҡайһы бер райондарҙа күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр, өҫтәмә рәүештә плиткаға аҡса йыйып, подрядсы ойошма менән килешә (был эштәрҙе смета хаҡынан тыш өҫтәмә рәүештә башҡара).