Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
11 Июнь 2019, 14:04

Нисә һыйыр аҫрарға мөмкин?

Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенә мал ҡараусыға ҡарата ялыу килде. Уны яҙыусылар граждандарҙың шәхси ихаталарында нисә баш һыйыр малы ҡарай алыуы менән ҡыҙыҡһына.

Һорауға Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Йоносова яуап бирә.

– Малсылыҡ ауыл халҡы өсөн элек-электән өҫтәмә килем сығанағы булды. Ҡайһы берәүҙәр хатта һыйыр һәм һарыҡ үрсетеү иҫәбенә генә йәшәй. Уларҙың бындай хеҙмәте бары хөрмәткә генә лайыҡ.

Ветеринария ҡағиҙәләренә ярашлы, рөхсәт ителгән малдар һаны улар аҫралған бинаның майҙанына һәм ҙурлығына бәйле. Мәҫәлән, бер һыйырға йөрөү өсөн майҙан 20 кв. метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш, быҙауҙар өсөн – 3 кв. м., тоҡом үгеҙҙәренә – 30 кв. метр.

Шулай итеп, әгәр граждан шәхси ярҙамсы хужалығында 15 һыйыр, 10 үгеҙ, 5 быҙау ҡарай икән, уның малсылыҡ бинаһы 60 кв. метрҙан кәм булмаҫҡа, ә йөрөү өсөн майҙаны 615 кв. м булырға тейеш.