“Мин II төркөм инвалиды, миңә йөрөүе ауыр, тышҡа ла көскә-көскә генә сығам. Элек сүп-сарҙы махсус машина ҡапҡа янына килеп алып китә ине. Контейнерҙар ҡуйғас, ул йөрөмәй. Ә контейнерға тиклем бара алмайым. Миңә нишләргә?”
Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Радик Ғәләүетдинов яуап бирә:
– Бөгөнгә контейнерҙар урынлаштырыуҙың тәүге этабы ғына үтте әле. Торама пункттар территорияларын тәрбиәләп тотоуҙың санитар ҡағиҙәләре контейнер-ҙар урынлаштырыла торған майҙансыҡтарҙың торлаҡ йорттарҙан, балалар учреждениеларынан, спорт май-ҙансыҡтарынан һәм халыҡтың ял итеү урындарынан 20 метрҙан да яҡыныраҡ һәм 100 метрҙан да арыраҡ урынлаштырылмауын күҙ уңында тота. Яңы урамының оҙонлоғо – 400 м самаһы. Ошоноң менән бәйле, финанс яғынан тәьмин ителеү бул-ғанда, был урамда ҡуйыл-ғандарынан 200 м алыҫлыҡта өҫтәмә контейнерҙар урынлаштырыласаҡ.
Шулай уҡ “Халыҡҡа социаль ярҙам” халыҡты социаль яҡлау һәм социаль хеҙмәтләндереү автономлы коммерция булмаған ойошма мөдире Гөлназ Миндиәрова аңлатма бирә:
– Беҙҙең ойошма үҙ-үҙҙәрен хеҙмәтләндереү һәләттәрен юғалтҡан өлкән йәштәге граждандар һәм инвалидтар, балиғ булмаған балалар өсөн өйҙә өлөшләтә йәки тулыһынса социаль хеҙмәтләндереү формаһында хеҙмәттәр күрһәтә. Тулы мәғлүмәтте 8 (34770) 2-02-95 телефоны буйынса алырға мөмкин.