– Шәмбе йәрминкәһен элекке универмаг артындағы баҙар территорияһына күсереү мөмкин түгел. Сәбәбе – урыны бик бәләкәй. Үтеп йөрөүсе машиналарға килгәндә инде, үҙәк майҙан территорияһына юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса транспорт менән инеү тыйыла. Тик был ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән водителдәр ҙә бар. Баҙар етәкселеге мөмкин булғанса ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен күҙәтә, ләкин бында хәл иткес ролде водителдәрҙең намыҫлылығы уйнай. Үҙегеҙҙе һәм йәйәүлеләрҙе хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеүегеҙҙе һорайбыҙ.