Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
22 Апрель 2019, 18:04

Иҫкеһен һүтегеҙ – яңыһын төҙөгөҙ!

Әләгәҙ ауылында йәшәүсе бер граждан интернетта республика Баш-лығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән: “Бына бөтә ерҙә лә яңы мәктәптәр һалаһығыҙ, беҙҙең балаларға ла төҙөгөҙ әле, зинһар. Беҙҙең мәктәп 1965 йылда төҙөлгән. Унда дымлы, кластар етмәй, спорт залы мәктәптән айырым урынлаш-ҡан. Бинаны һүтеү өсөн сәбәптәр күп. Зинһар, үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмағыҙ!”

Һорауға Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин яуап бирә:

– Әләгәҙ урта мәктәбен һүтеп, яңыһын төҙөү ҡаралмаған, сөнки ул авария хәлендә түгел. Әлеге ваҡытта уға тейешле иғтибар бүленә, мәҫәлән, мәктәптең тәҙрәләре алмаштырылды, мәктәп мебеле һатып алынды һәм йылы бәҙрәф йыһазландырылды. Бөгөнгә йылытыу системаһының эше яйға һалынған, дымлылыҡ бөтөрөлгән. Үкенескә күрә, проект буйынса һеҙҙең мәктәптә спорт залы ҡаралмаған, физкультура дәрестәре 150 метр ары торған ауыл мәҙәниәт йортонда уҙғарыла (спорт залы мәктәп ҡарамағына тапшырылған). Оҙаҡламай спорт залына ремонт башланасаҡ.