Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
5 Апрель 2019, 13:35

Сүп-сар ташыусыны көтөп тороу мотлаҡ түгел

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙың яңы системаһы индерелгәндән алып өс ай үтте, ә һорауҙар әле ҡала бирә. Социаль селтәрҙәрҙә сүп йыйыусы автомобилдең ваҡытында килмәүе тураһында күп яҙалар. Кешеләр уны оҙаҡ көтә. Ә икенсе яҡтан – ҡайһы бер кешеләр сүп-сарын алып сыҡҡансы водителгә көтөргә тура килә. Шуға күрә график боҙола, шул арҡала күп кенә ризаһыҙлыҡтар килеп тыуа.

“Мәсетле һыу каналы” ЯСЙ-һында хәбәр итеүҙәренсә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар көнэлгәре график буйынса йыйыла.

Ләкин хәҙер, әгәр һеҙ ниндәйҙер сәбәп арҡаһында сүп-сар йыйыусы килгәнгә тиклем өлгөрә алмайһығыҙ йәиһә көтөп ала алмайһығыҙ икән, ул саҡта, исмаһам, бер сәғәт алдан ҡалдыҡтар тултырылған тоғоғоҙҙо юл буйына сығарып ҡуйырға кәрәк. Шул ваҡыт эсендә уны ел дә осормаясаҡ, эттәр ҙә таратып ташламаясаҡ. Был халыҡ өсөн генә түгел, ә водителдәр өсөн дә уңайлы. Шулай итеп, һеҙҙең нервылар ҙа, сүп ташыу автомобиле водителенең ваҡыты ла һаҡланасаҡ.


ТКО сығарыу графигы (Оло Ыҡтамаҡ ауылы):


Шишәмбе: Колхоз (10.00 – 10.30), Пролетар (10.30 – 11.00), Ленин (11.00-11.30), Память Коммуны (11.30 –12.00), Күпер (12.00 – 12.30), Төньяҡ, Төньяҡ тыҡрығы (12.30 – 13.00), Еңеү (13.00 – 13.30), Төньяҡ (13.30 – 14.00), Октябрь (17.30 – 18.00), Беренсе май (17.00 – 17.30), П. Филиппов (18.00 – 18.30), Тау буйы (18.30 – 19.00), Юбилей (19.00 – 19.30), С. Чусов (19.30 – 20.00), Йырын һәм Теплица (20.00 – 20.30), И. Крючков (20.30 – 21.00) урамдары.


Шаршамбы: Тракт (13.00 – 13.30), Курорт (13.30 – 14.00), Урмансылар (14.00 – 14.30), Көнсығыш (14.30 – 15.00), Энергетиктар (16.00 – 17.00), Балашов (15.00 – 16.00), С. Юлаев (17.00 – 18.00) урамдары.


Кесаҙна: Чапаев (13.00 – 14.00), Баҡса (14.00 – 15.00), Яр буйы (15.00 – 16.00), Мәктәп, Т.Онкин, Инеш (16.00 – 16.10), Совет (16.00 – 17.00), Революция “Ағиҙел”гә тиклем (17.00 –17.30)урамдары.


Йома: Йәштәр (13.00 – 13.30), Запольских (13.30 – 14.00), Ватолин (14.00 – 14.30), Акулов (14.30 – 15.00), Йәшел (15.00 – 15.30), Ҡайын сауҡалығы, Ҡояшлы (15.30 – 16.00), Сәскәле (16.00 – 16.30), Сиренле (16.30 – 17.00), Рубин (17.30 – 18.00), Йәйғор (18.00 – 18.30), Сейәле (18.30 – 19.00), 8 Март (19.00 – 19.30), Пушкин (19.30 – 20.00), Мелиораторҙар (20.00 – 21.00) урамдары.


Шәмбе: С. Юлаев (1-се өйҙән 13-сөгә тиклем), Бер туған Жильцовтар (10.00 – 10.30), Интернациональ (10.30 – 11.00), Революция (11.00 – 11.30), Көньяҡ (12.30 – 13.00), Болон (13.00 – 13.30), Яңы (13.30 – 14.00), Урман (14.00 –14.30), Урал (14.30 – 15.00), Әй (15.00 –15.30), Космонавтар (15.30 –16.00) урамдары, Салйоғот ауылы (11.30 –12.30).