Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
25 Март 2019, 14:07

Их, юлдар, юлдар…

Район халҡы социаль селтәрҙәр аша һорауҙар биреүен дауам итә. – Биш ауылды район үҙәге менән бәйләүсе Яңы Мишәр – Оло Ыҡтамаҡ юлына иғтибар итегеҙ әле, зинһар. 2017 йылда ремонт яһалғайны. Ваҡланған таш һибеп тигеҙләп сыҡҡайнылар. Хәҙер ваҡ таштан бер ни ҙә ҡалманы, бары тик бысраҡ ҡына. Яҙлы-көҙлө был юлдан үтерлек түгел, тик соҡор-саҡыр. 2017 йылдың октябренән Оло Ыҡтамаҡта эшләйем. Көн һайын Айып – Оло Ыҡтамаҡ юлынан йөрөйөм, шул ваҡыт эсендә һуңғы ремонттан һуң бер тапҡыр ҙа ваҡ таш өҫтәп һипкәндәрен күрмәнем.

Һорауға Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин яуап бирә.

“2017 йылдан башлап автомобиль юлында ваҡ таш өҫтәп түшәү рәүешендә этаплап ремонт яһала. Башҡарылған ремонтҡа 4 йылға гарантия бирелә. Юлды хеҙмәтләндереү менән “Башкиравтодор” АЙ-һының Мәсетле юл ремонт-төҙөлөш идаралығы шөғөлләнә. Үрҙә аталған юлға асфальт түшәү әлегә планлаштырылмай. Әле юлдың торошо ҡәнәғәтләнерлек. Яҙ, ҡар ирегәндән һуң, юл торошона инвентаризация үткәреләсәк һәм һөҙөмтәләр буйынса саралар күреләсәк. Кәрәк булғанда автомобиль юлының айырым участкалары ваҡ таш һәм эре ҡом һалып ремонтланасаҡ”.