Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡатын һорай:
“Хәҙер һауа торошо гел үҙгәреп тора, шул арҡала ҡыйыҡтарҙа боҙбармаҡтар һәм боҙланған ҡар аҫылынып тора, улар бына-бына кемдең дә булһа башына килеп төшөр кеүек. Үткенселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн, торлаҡ йорттар һәм биналар ҡыйыҡтары мотлаҡ таҙартылырға тейеш. Бының өсөн кем яуаплы? Өйҙәр эргәһенән үтеүе ҡур- ҡыныс. Сөнки шул рәүешле күпме кеше зыян күрҙе”.
Һорауға граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес Ринат Кәримов яуап бирә:
“Күңелһеҙлектәрҙе булдырмаҫ, йәйәүлеләрҙе һәм туҡ- таған машиналарҙы хәүефкә дусар итмәҫ өсөн, ҡыйыҡтарҙы мотлаҡ боҙҙан таҙартыу, шулай уҡ ҡарҙы ташлау кәрәк. Бина өҫтөндә барлыҡҡа килгән боҙбармаҡтарҙы алыу өсөн хужа яуаплы.
Күп фатирлы йорттарҙа ҡыйыҡ дөйөм йорт милке булып иҫәпләнә, шуға күрә уларҙан ҡар ташлау, боҙбармаҡтарҙы һуғып төшөрөү һәм улаҡтарҙы боҙҙан таҙартыу идара итеүсе компанияның бурыстарына инә. Әммә йортта йәшәүселәрҙең балкондарын боҙҙан таҙартыу – фатир хужаһының бурысы, сөнки, торлаҡ кодексына ярашлы, балкон һәм козырек – граждандарҙың шәхси милке.
Район халҡына һаҡлыҡ сараларын күрергә һәм йорттар стеналарына яҡын килмәҫкә тырышырға кәрәк. Биналарҙан сыҡҡанда мотлаҡ ҡыйыҡтарҙа тупланған ҡар массаларына, боҙға һәм боҙбармаҡтарға иғтибар итеү зарур. Шулай уҡ автомобилдәрегеҙҙе кәрниз аҫтарында, боҙбармаҡтар барлыҡҡа килгән һәм ҡар аҫылынып торған биналар һәм ҡоролмаларға яҡын ҡалдырмаҫҡа кәрәк”.