Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
11 Март 2019, 16:03

Электр сымына ремонт талап ителә

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Тыныслыҡ урамындағы 1а һанлы күп фатирлы йортонда йәшәүселәр уртаҡ щиттарындағы иҫке электр үткәргесте ремонтлауға ҡағылышлы һорау менән мөрәжәғәт итте.

“Беҙ бер нисә тапҡыр район хакимиәтенә, СВЭС-ҡа, шулай уҡ 112 номеры буйынса берҙәм хеҙмәткә шылтыраттыҡ, әммә барыһы ла бушҡа. Электр үткәргес гел ҡабынып китә. Беҙҙең йортта 17 фатир, уларҙа бары тик дүрт кенә хужа йәшәй. Нигеҙҙә 4-12 йәшлек икешәр балиғ булмаған балалы яңғыҙ әсәләр йәшәй. Ҡалған хужалар фатирҙарын ҡуртымға бирә һәм бының өсөн түләүҙе кәрәкле тип иҫәпләмәй. Беҙ ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешеләр асыҡтан-асыҡ: “был беҙҙең проблема түгел”, – тиҙәр. Беҙҙең йорт авария хәлендә, беҙ төн уртаһында янырға мөмкинбеҙ”.
Был хәлгә хакимиәт башлығының төҙөлөш, иҡтисад һәм йәшәйеште тәьмин итеү буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов аңлатма бирҙе:
“Әлеге йорт идара итеүсе компания тарафынан хеҙмәтләндерелмәй. Шулай булғас унда йәшәүселәргә уны ҡарауға счеттар ебәрелмәй. Ундай хәлдәрҙә улар үҙ йорттарын үҙҙәре хәстәрләргә тейеш. Капиталь ремонт буйынса йыйымдар кимәле был йортта шәптән булмаһа ла, ул 2019 йылда ҡыйыҡты капиталь ремонтлау планына индерелгән.

Беҙ ярҙамдан баш тартмайбыҙ һәм, үрҙә яҙылғандарға ҡарамаҫтан, проблеманы бергәләп хәл итергә тәҡдим итәбеҙ. Йортта йәшәүселәргә ремонтҡа аҡса йыйырға кәрәк, ә беҙ хаҡты арттырмайынса, үҙҡиммәте буйынса сымды ремонтларға электрик табасаҡбыҙ. 4 мартта Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан электрик ебәрелгән, ул электр щитын минималь техник хеҙмәтләндергән. Ләкин тағы ла өҫтәмә эштәр башҡарыу, ә уларға бина хужаларының аҡса йыйыуы талап ителә”.