“Урамда эйәһеҙ йөрөгән эттәр бик күп. Уларҙың уҙып барыу-сыларҙы тешләүҙәре ихтимал. Ни өсөн был мәсьәлә хәл ителмәй? Әйткәндәй, дәүләт закупкаларында был маҡсатта аҡса бүленә”. Ошондай мөрәжәғәт яҙған Мәсетле районы граждандарының береһе социаль селтәрҙә.
11 февралдә электрон аукцион уҙғарыу планлаштырыла, унан һуң эйәһеҙ эттәрҙе тотоу менән шөғөлләнәсәк башҡарыусы билдәләнәсәк. Ә әлегә, аукцион уҙғарылғанға тиклем, Оло Ыҡтамаҡта эттәрҙе тотоуға эшҡыуар менән килешеү бар. Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Радик Ғәләүетдиновтың һүҙҙәренсә, 1-15 ғинуарҙа 8 эйәһеҙ эт тотолған, 15-31 ғинуарҙа – 5 эт, 1-11 февралдә – 10 эт.