Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
25 Ғинуар 2019, 16:05

Ағасты нисек дөрөҫ сығарырға

Гәзит редакцияһына ағас әҙерләү өсөн участка алған граждандан һорау килде: “Миңә диләнкә бүленде. Уға тик ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге биләмәләр аша ғына барып була. Әҙерләнгән ағасты ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә зыян килтермәй генә нисек сығарырға?”


– Әҙерләнгән ағасты ауыр йөк техникаһын файҙаланып ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге биләмәләр аша сығар-ған ваҡытта ер ҡануниәтен боҙоуға юл ҡуйылыуы ихтимал (ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең тығыҙлығын боҙоу). Бының өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоу-ҙар тураһындағы кодексының 8.7-се статьяһының 2-се өлөшө менән яуаплылыҡ ҡаралған, ул граждандарға – егерме меңдән илле мең һумға тиклем; вазифалы кешеләргә – илле меңдән йөҙ мең һумға тиклем; юридик ойошмаларға дүрт йөҙ меңдән ете йөҙ мең һумға тиклем күләмдә административ штраф һалыныуға килтерә.

Әлеге административ хоҡуҡ боҙоуҙы булдырмау һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылмау маҡсатында был эштәрҙе, яҙғы һәм көҙгө юлһыҙ осорҙарҙан тыш, ауыл хужалығы ерҙәре хужалары менән килешеп хужалыҡ эсендәге юлдарҙы файҙаланып бойомға ашырырға кәңәш ителә.

Был эштәрҙе башлар алдынан ағас сығарыуҙы бойомға ашыра торған ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаһының хужаһы кем булыуын аныҡларға кәрәк. Ундай мәғлүмәтте муниципаль райондың милек менән идара итеү комитетында алырға мөмкин. Ер участкаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн (кадастр номеры, майҙаны, урынлашҡан ере, ерҙәр категорияһы, рөхсәт ителгән фай-ҙаланыу төрө, теркәлгән хоҡуҡтар, сикләүҙәр тура-һында мәғлүмәттәр һ. б.) Росреестрҙың төбәк идаралығының урындағы бүлегенә мөрәжәғәт итергә йәки “Федеральная кадастровая палата Росреестра” ФДБУ-һы сайтында урынлаштырылған “Публичная кадастровая карта”ны файҙаланырға кәрәк.

Ундай мәғлүмәткә эйә булып һәм РФ Ер кодексының 23, 39.23-сө статьялары положениеларын файҙаланып, ер участкаһы хужаһы менән сит ер участкаһы менән сикле файҙаланыу хоҡуғы тураһында (сервитут тураһында) килешеү төҙөргә кәрәк. Ауыл хужалығы тауар етештереүсеһенә зыян килтергән осраҡта (мәҫәлән, сәсеүлектәр- ҙе юҡ итеү) килтерелгән зыяндарҙы, шул иҫәптән алып өлгөрмәгән табыш өсөн ҡап-ларлыҡ түләү күләмен билдәләргә кәрәк.

Әгәр үрҙә һанап үтелгәндәр үтәлмәһә, ул саҡта ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаһы хужаһы йәки уны ҡуртымға алыусының мөрәжәғәте буйынса дәүләт ер күҙәтеүен бойомға ашырыуға вәкәләтле дәүләт органы тарафынан ер ҡануниәтен боҙоуға юл ҡуйыусыға ҡарата административ яуап саралары күреләсәк.