Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
14 Ғинуар 2019, 14:03

Бер мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалмай

Республикабыҙ халҡы социаль селтәрҙәр менән әүҙем файҙалана, Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың шәхси битенә күп һорауҙар килә. Шуларҙың береһе: “Һеҙгә Тракт урамы, 12 адресы буйынса Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүселәр мөрәжәғәт итә. 30 декабрҙән бирле беҙҙең фатирҙар йылытылмай, батареялар һыуыҡ. Беҙ район хакимиәтенә, “Тепловик” йәм- ғиәтенә мөрәжәғәт иттек, әммә һөҙөмтәһеҙ”.

Һорауға район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин яуап бирә:

”Һеҙ һүҙ алып барған өйҙө йылытыу мәсьәләһе күптән бар.

2012 йылда бер эшҡыуар торлаҡ булмаған бинаның икенсе ҡатында биналар бүлә һәм һөҙөмтәлә туғыҙ фатир һатыла. Йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһы бөтә талаптарҙы боҙоп башҡарылған. Төп сәбәп – уның төп магистраль торбалар диаметрын кәметеүгә бәйле, һөҙөмтәлә циркуляция тейешенсә түгел.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был фатирҙар “Тепловик” йәмғиәте ҡарамағында түгел. Идара итеүсе компанияға был фа- тирҙарҙы хеҙмәтләндереүгә алырға тәҡдим ителгәйне, әммә улар, йылылыҡ системаһы күп һанлы боҙоуҙар менән төҙөлөүенә һылтанып, унан баш тартты.

27 декабрҙә фатирҙарҙың береһендә йылытыуҙа өҙөклөк барлыҡҡа килде. 28-ендә “Ҡарағай” ҡунаҡханаһында батарея алмаштырыла, һөҙөмтәлә йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһында (циркуляцияла) өҙөклөк барлыҡҡа килә. Йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошма йылылыҡты тулы күләмдә бирә, проблеманың сығанағын бинаның эсендә эҙләргә кәрәк була.

31 декабрҙә төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү буйынса урынбаҫар Азамат Ҡәләмов был өйҙә йәшәүселәр менән осраша һәм циркуляцияны тергеҙергә кәрәклеген аңлата. Етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн аҫҡы ҡатҡа төшөп, насостың эшен тикшерергә, фильтрҙы таҙартыр-ға, йылытыу радиаторҙарынан һауаны сығарыу өсөн бар фатирҙарға ла инеү мөмкинлеген тәьмин итергә кәрәк ине. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был көндө аҫҡы ҡатҡа эләгеп булманы.

Мебель салоны 8 ғинуарҙа ғына эшләй башланы. Мин ул өйҙө үҙем барып күрҙем. Төҙөлөш буйынса урынбаҫар Азамат Ҡәләмов йәшәүселәрҙең береһе менән ревизия яһаны һәм фильтрҙы таҙарттылар. Йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһы эшкә яраҡлы хәлгә килтерелде һәм бар проблемалар бөтөрөлдө. 12 сәғәт 45 минутта йылы ебәрелде, хәҙер барыһы ла төҙөк эшләй”.