Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
6 Декабрь 2018, 12:06

Көткөң килмәһә – түлә

Редакцияға ауылда йәшәгән кешенән һорау килде: “Поликлиника табиптарының килешеү төҙөмәйенсә тороп күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн (консультация, анализ биргән йәки УЗИ һөҙөмтәһе өсөн, теш кабинетында һәм башҡалар) ҡулдарына аҡса алырға хоҡуҡтары бармы? Ҡайһы осраҡта уларҙың хеҙмәттәре түләүле була?”

Һорауға Оло Ыҡтамаҡ ҮРД-һы поликлиникаһы мөдире Булат Сәйетов яуап бирә.

“Планлы рәүештә күрһәтелеүсе медицина ярҙамын, шул иҫәптән стационар шарттарында медицина ярҙамы күрһәтеүҙе, айырым диагностик тикшереүҙәр һәм белгес табиптар консультацияларын көтөү мөҙҙәттәре Башҡортостан Республикаһында РФ граждандарына бушлай медицина ярҙамы күр-һәтеү дәүләт гарантиялары программаһы менән билдәләнгән. Мәҫәлән, кисектергеһеҙ ярҙамды көтөү ваҡыты пациенттың медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итеү мәленән алып 2 сәғәттән дә артмаҫҡа тейеш; махсуслаштырылған медицина ярҙамын көтөү ваҡыты дауалаусы табиптың дауаханаға һалыу тураһында йүнәлтмә биреү көнөнән алып 30 календарь көндән дә артырға тейеш түгел; участка терапевтарының, дөйөм практика (ғаилә) табиптарының, участка педиатрҙарының ҡабул итеүен көтөү – пациенттың медицина ойошмаһына мөрәжәғәт итеү мәленән 24 сәғәттән артмаҫҡа; табип-белгестәрҙең консультациялар

уҙғарыу ваҡыты – пациент мөрәжәғәт иткән көндән алып 14 календарь көн; тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәткән ваҡытта диагностик инструменталь (рентген тикшереүҙәре, шул иҫәптән маммография, функциональ диагностика, ультратауыш тикшереүҙәре) һәм лаборатор тикшереүҙәр уҙғарыу ваҡыттары тәғәйенләнгән көндән алып 14 календарь көндән дә артмаҫҡа тейеш; тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәткәндә компьютер томографияһы (шул иҫәптән бер фотонлы эмиссион компьютер томографияһы), магнитлы-резонанслы томография һәм ангиография уҙғарыу мөҙҙәттәре тәғәйенләнгән көндән алып 30 календарь көндән дә артырға тейеш түгел.

Әгәр пациент үҙ сиратын көтөргә теләмәһә, ул саҡта дауаны йәки консультацияны сираттан тыш, түләүле алыу мөмкинлеге бар.

Әлеге осраҡта пациент менән түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү тураһында өҫтәмә килешеү төҙөлә. Хеҙмәттәргә түләү дауахананың кассаһы аша бойом-ға ашырыла. Хеҙмәттәргә түләү өсөн табиптарҙың ҡулына биреү рөхсәт ителмәй. Был процедура РФ Енәйәт кодексының 291-се “Ришүәт биреү”, 290-сы “Вазифалы шәхестең ришүәт алыуы” статьяларына тура килә һәм закон менән эҙәрлекләнә.

Шуның менән бәйле поликлиниканың ҡайһы бер кабинеттарында видеокамералар урынлаштырылған”.