Һорауға Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Радик Ғәләүетдинов яуап бирә:
– Әлеге сүплек (элекке аэропорт артындағы) ғәмәлдә. Ул Оло Ыҡтамаҡ ауылы хал-ҡының сүп-сарын бушатыу өсөн тәғәйенләнгән.
Яңы системаға ярашлы, бөтә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигондарға сығарыласаҡ. Төньяҡ-Көнсығышта ундай полигон берәү һәм ул Мәсәғүт ауылында урынлашҡан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 1 ғинуарынан беҙ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсәбеҙ. Республиканың муниципаль берәмектәре территорияларында урынлашҡан сүп-лектәр бөтөрөләсәк һәм рекультивацияланасаҡ. БР ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең территориаль схемаһына ярашлы, Мәсетле районы территорияһында сүп-сарҙы күсереп тейәү пункты һәм сүп-сарҙы сорттарға айырыу участкаһы ҡаралған. Мәсетле районы хакимиәтенең саралар планына ярашлы, әлеге көндә ғәмәлдә булған сүплектәр мотлаҡ бөтөрөләсәк. Ләкин барыһы ла һәм бер юлы түгел, уларҙан бер юлы ҡотолоу 2021 йылға планлаштырыла.