“Инцидент” исеме аҫтында эшләйәсәк яңы мониторинг системаһы “Бәйләнештә”, “Класташтар”, Facebook, Instagram, Twitter социаль селтәрҙәрендә мәғлүмәттәрҙе күҙәтеп барасаҡ. Программа мөһим хәбәрҙәрҙе негатив, ялыуҙар, һорауҙар, баһалар, рәхмәттәр категориялары буйынса һайлап ала.
Уның һөҙөмтәләре төбәк администраторына килә. Был вазифала ғәҙәттә төбәк хөкүмәте мәғлүмәт идаралығы хеҙмәткәре эшләй. Ул һорауҙарҙың ҡайһыһы власть вәкилдәренең яуабын талап иткәнен ҡарай. Уларҙы төбәк министрлыҡтары һәм муниципалитеттары кимәлендә йүнәлештәре буйынса бүләләр, барыһы ла проблеманың масштабына бәйле. Ә яуаплы кешеләр социаль селтәрҙәрҙәге хәбәргә яуап бирергә тейеш. Яуап төбәк администраторына автоматик рәүештә килә.
Төрлө социаль селтәрҙәрҙә бер тема буйынса ҡуйылған хәбәрҙе бер кейсҡа берләштерергә була. Ул ваҡытта рәсми структураларҙың яуабы ошо социаль селтәр- ҙәрҙәге бөтә хәбәрҙәргә лә автоматик рәүештә ебәреләсәк.
Бөтә ҡаралған һәм ҡаралмаған хәбәр-ҙәр буйынса статистика алып барыла. Уны реаль ваҡыт режимында муниципаль һәм төбәк хакимиәттәре, шулай уҡ президент хакимиәте хеҙмәткәрҙәре күҙәтә ала.
Урындағы властар һәр хәбәр буйынса ул системала теркәлгән мәлдән алып тәүлек эсендә эш итергә тейеш.
Актуаль проблемалар “Һорау-яуап” рубрикаһы аҫтында баҫыласаҡ.