Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
29 Ноябрь 2018, 19:04

Һарайҙар заманы үтте

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Төҙөлөш урамындағы күп фатирлы йортта йәшәүсе ҡатындан һорау килде, ул бик актуаль проблеманы күтәрә: “Оло Ыҡтамаҡ ауылының күп фатирлы йорттарында йәшәгән кешеләр тарафынан 70-80-се йылдарҙа стихиялы рәүештә төҙөлгән хужалыҡ ҡаралтылары проблемаһы ни өсөн әле һаман хәл ителмәй? Улар-ҙың бер өлөшө әле һаман файҙаланыла, ә күптәре ташландыҡ хәлдә тора”.

“Был һарайҙарҙы ниңә һүтергә һуң?” – тиеүселәр ҙә аҙ булмаҫ, моғайын. Сөнки уларҙың күпселеген өлкән йәштәге кешеләр әле һаман файҙалана, унда үҙ мөлкәттәрен һаҡлай. Улар кәрәкмәгән бөтә нәмәне, йәиһә өйҙә һаҡлап булмай торғандарын шунда илтеп ҡуйырға күнеккән.

Был һорауға яуап көн кеүек асыҡ. Әлеге ярым емерек һарайҙар хәүефле. Уларҙың күпселеге әле алыҫ үткәндә үк төҙөлгән. Ә хужалары йыш ҡына был ҡаралтыларҙы тейешле торошта тоторға кәрәклеген онота. Һөҙөмтәлә уларҙың күбеһе емерелгән, балаларҙы магнит һымаҡ үҙҙәренә тартып торалар һәм сәләмәтлектәре өсөн хәүеф тыуҙыралар.

Район хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмовтың һүҙҙәренсә, муниципаль ерҙә төҙөлгән, ниндәй ҙә булһа граждандың милке итеп рәсмиләштерелмәгән һәм кешеләр өсөн хәүеф тыуҙырған ҡаралтылар барыһынан да элек һүтеп алынырға тейеш. Ә ҡануниәткә ярашлы, әгәр ҙә ошо ерҙә нимәлер булһа, муниципалитетҡа яуап бирергә тура киләсәк, сөнки ер уныҡы.

Был һарайҙарҙы һүтеп алыу өсөн тағы ла бер сәбәп – улар ауылдың тышҡы йөҙөн һис тә биҙәмәй. Хужалары, ҡағиҙә булараҡ, ҡаралтылары янындағы территорияны тәртиптә тоторға кәрәклеген онота.

Күпселек һарайҙар тирәләй сүп-сар өйөлә.

– Кешеләргә үҙҙәренеке тип иҫәпләгән мөлкәт менән хушлашыуҙың еңел түгеллеген аңлайбыҙ. Ләкин кешенең ысынлап та хәүеф тыуҙырған был һарайға хоҡуғын билдәләүсе документтары булмаһа, беҙ уны һүтергә мәжбүр буласаҡбыҙ. Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан түбәндәге йүнәлештәр буйынса планлы эш алып барыла: киләсәктә үҙ белдегең менән ҡаралтылар төҙөүгә юл ҡуймау буйынса контроль бойомға ашырыла; законһыҙ ҡаралтыларҙы һүтеүгә күрһәтмәләр бирелә; әгәр ҡаралтыларҙың эйәләрен табыу мөмкинлеге булмаһа, ауыл биләмәһе үҙ аллы һүтеүҙе бойомға ашырасаҡ (ундай эш Тракт урамы буйынса өлөшләтә алып барыла); район үҙәгенең гараж хужалығын тәртипкә һалыу- ҙы ойоштороу буйынса эш планлаштырыл-ған. 2019 йылдың 1 февраленән Тыныслыҡ урамындағы үҙ белдектәре менән төҙөлгән хужалыҡ ҡаралтылары хужаларын асыҡлау маҡсатында артабан уларҙы 2019 йылда һүтеү өсөн инвентаризациялау эше планға индерелгән. Был мәсьәләлә беҙ һеҙҙең халыҡ араһында аңлатыу эшендә, ихаталар территорияларын төҙөкләндереүҙә үҙегеҙҙең шәхсән ҡатнашыуығыҙҙы һәм райондың йәмәғәт советына мөрәжәғәт итеүегеҙҙе күрергә теләр инек. Торама пункт проблемалары хакимиәттең һәм халыҡтың тығыҙ хеҙмәттәшлегендә хәл ителергә тейеш, – ти Азамат Ҡәләмов.

Адель АБДРАХМАНОВА.