Был хәлгә бәйле район хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов аңлатма бирә:
– Һеҙ һүҙ алып барған Оло Ыҡтамаҡ – Йонос – Йосоп – Дүшәмбикә юлы муниципаль-ара әһәмиәттәге юл булып тора һәм Башҡортостан Республикаһының юл хужалығы идаралығы балансында. Паспорт буйынса юл 42,3 км тәшкил итә, шуның 5,2 километры асфальт-бетон менән ябылған, ҡалған өлөшө – ваҡ таш ҡатыш ҡырсынташ менән.
Юлды тәртиптә тотоу контракт буйынса “Башкиравтодор” йәмғиәтенә тапшырылған. Уны яраҡлы итеп тотоу өсөн грейдер менән гөрҙөрөү һәм соҡорҙарын күмеү ҡаралған.
Юл хужалығы идаралығы баһаһы буйынса был юлдың торошо ҡәнәғәтләнерлек. Әммә ул 30 йылдан элек төҙөлгән, ныҡ туҙған һәм ремонтлауҙы талап итә. 2017 йылда уның 2,5 километрында ремонт эштәре башҡарылды.
Был мәсьәлә район хакимиәтенең даими контроле аҫтында, уны автомобиль юлдарын ремонтлау планына индереү өсөн заявка даими ебәрелеп тора.