Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
20 Ноябрь 2018, 18:03

Карьерҙар законлы эшләйме?

Һуңғы ваҡытта файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ ҡаҙыу мәсьәләһенә етди иғтибар бүленә. Мәсетлеләрҙе лә район территорияһында урынлашҡан карьерҙар яҙмышы борсой: улар законлы эш итәме? Ни өсөн ҡайһылары артабан сүплеккә әйләнә?

Был һорауға Мәсетле районы хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисад һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов яуап бирә.

– Район территорияһында киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы (ваҡ таш,ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы) ҡаҙыу буйынса лицензиялы 4 карьер бар. Ике карьер “Башкиравтодор” йәмғиәте балансында булһа, береһе – ШЭ “Бәҙәмшин” ҡарамағында, дүртенсеһе – кирбес заводыныҡы. Шулай уҡ ауыл биләмәләре мохтажлығы өсөн тотоноуға ауыл биләмәләренең карьерҙары бар. Карьерҙарҙа сығарылған бар материал район халҡын тәьмин итеү (юлдар ремонтлау, шәхси торлаҡ төҙөү ) өсөн тотонола. Уларҙы республиканан һәм райондан ситкә сығарыу осраҡтары юҡ. Әгәр һеҙ уны ситкә ебәреү осрағын белһәгеҙ, хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итегеҙ.

Район территорияһында 0,1 гектарҙан алып 1 гектарға тиклем майҙанлы ҙур булмаған карьерҙар бар. Улар уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында, күпләп юлдар төҙөгән осорҙа, асылған һәм хәҙер буш яталар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районыбыҙҙың ҡайһы бер кешеләре, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн махсус урындар билдәләнеүгә ҡарамаҫтан (улар районда – 45), шундай урындарға сүптәрен түгеп китә. Яңы йылдан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы ҡағиҙәләре индерелә. Ошоға бәйле 2021 йылға тиклем сүплектәрҙе бөтөрөү планы әҙерләнгән. Уны башҡарып сығыуға аҡса талап ителә. Бөгөн ошо маҡсатта финанслау сығанаҡтары табыу өҫтөндә эштәр алып барыла.

Айгөл ШАРАПОВА әҙерләне.