Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
14 Сентябрь 2018, 14:10

Такси, такси…

Район үҙәгендә бер нисә такси хеҙмәте халыҡты хеҙмәтләндерә. Был бик уңайлы, бигерәк тә үҙ автомобилдәре булмағандар өсөн. Әммә ҡайһы бер хеҙмәтләндереүселәрҙән ҡәнәғәт булмағандар ҙа табыла. Мәҫәлән, Оло Ыҡтамаҡта йәшәүсе берәү бер үк көндө бер үк йүнәлештә таксиҙа йөрөгән өсөн ике төрлө сумма түләргә тура килеүенә зарлана. Шулай уҡ бер нисә бала менән таксиға алмауҙарына бәйле ризаһыҙлыҡ белдереүселәр бар.

Был һорауҙарға яуап биреп ҡарарға булдым, сөнки миңә лә урындағы такси хеҙмәте менән файҙаланырға тура килә, өҫтәүенә үҙем дә – водитель һәм әсәй.

Такси саҡыртҡанда тейешле урынға алып барып еткергән өсөн күпме түләргә тура киләсәген мин шунда уҡ диспет- черҙан һорайым. Ә инде килеп еткәс, водителгә ошо әйтелгән сумманы бирәм. Барыһына ла шулай эшләргә кәңәш итәм. Ә инде алдан сумманы һорарға онотһағыҙ һәм водитель әйткән хаҡ менән килешмәһәгеҙ, машинанан төшмәй генә был такси диспетчерына шылтыратығыҙ. Бөтә аңлашылмаусанлыҡтар юҡҡа сығасаҡ.

Минең балам берәү генә. Әммә бер ваҡыт туғанымдың бәләкәй балаларын да алып барырға кәрәк ине. Автомобилдең артҡы ултырғыстарына балалар өсөн махсус ике кресло ғына ҡуйып була, өсөнсөһө унда һыймаясаҡ. Шунлыҡтан мин өс баланы алып бара алманым. Бына шулай, кескәй балаһы менән әсәйҙе алып ба- рыуҙан баш тартҡан водителдәрҙе аңларға мөмкин. Өҫтәүенә, йә кәрәк булып ҡуйыр тип, автомобилдә өс кресло йөрөтөп булмай – багажникка улар һыймай, ә салонда күп урын биләйҙәр. Баланы махсус тотоп тороусы ҡорамалһыҙ йөрөткән өсөн штрафтар ҙур.

Әммә күп балалы әсәйҙәрҙе лә аңларға була. Шуға күрә беҙҙең район такси хеҙмәттәре етәкселәре был проблеманы иҫәпкә алыр һәм уны хәл итеү юлын табыр тип ышанғы килә.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.