Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
10 Сентябрь 2018, 14:02

Фатирҙар бер үк, ә хаҡтар төрлө

Район үҙәгендә фатирҙарҙы айырым йылытыуға күсереү башланды. Шуға бәйле халыҡтың һорауҙары ла барлыҡҡа килде. Уларҙың береһе редакцияға һорау менән мөрәжәғәт итте: “Фатирҙарҙы газ менән айырым йылытыуға күсереү буйынса башҡарылған эштәргә түләү суммаһы нисек билдәләнә? Халыҡҡа квитанциялар килә башланы, уларҙа бер типтағы фатирҙарға ни өсөндөр төрлө сумма ҡуйылған”.

Был һорауға Мәсетле районы хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов яуап бирә:

– БР Хөкүмәтенең 2015 йылдың 29 ғинуарындағы “Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында 2015-2021 йылдарҙа фатирҙарҙы айырым йылытыуға күсеү һәм блоклы ҡаҙанлыҡтар ҡуйыу тураһында” 10-сы ҡарарына ярашлы, фатирҙарҙы айырым йылытыуға күсереү күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр тарафынан ҡушып финанслау шарттарында башҡарыла һәм аҡса йыйыу тәртибе, ҡушып финанслауҙағы өлөш күләме билдәләнә.

Ошо тәртипкә ярашлы күләм билдәләнгән – өй эсендәге эштәр хаҡының 10 проценты. Өй эсе эштәренә инә: тышҡы һәм эске газ үткәргесе ҡорамалдары, шул иҫәптән йылытыу приборҙары (ҡаҙан, газ счетчигы, хәүеф-һеҙлек буйынса ҡорамалдар, радиатор-ҙар, төтөн юлы ҡорамалдары), шулай уҡ эштәр башҡарыу хаҡы.

Был эштәрҙе башҡарыуға проект-смета документацияһы әҙерләнде, ул дәүләт экспертизаһы һәм смета хаҡын билдәләүҙең дөрөҫлөгөнә экспертиза үтте. Смета документацияһы һәр өй буйынса айырым әҙерләнде, сөнки һәр өйҙөң үҙ үҙенсәлектәре: газ үткәргесе оҙонлоғоноң төрлөлөгө, тотоноласаҡ материалдарҙың һаны. Шуға күрә квитанцияларҙағы хаҡтарҙың айырылыуы ихтимал.

Торлаҡ өйгә билдәләнгән сумманың газ өлөшөнә сығымдар фатирҙар араһында бер тигеҙ бүленде, сөнки тышҡы газ үткәргес барыһы өсөн дә уртаҡ булып тора. Ә өйҙәр эсендә бер төрлө ҡаҙандар, счетчиктар, сигнализаторҙар ҡуйылған.

Ә йылылыҡ өлөшө фатирҙың май- ҙанынан сығып иҫәпләнә.

Быйыл яҙ уҙғарылған дөйөм йыйылыштар ваҡытында проект-смета документтары экспертизала ине. Ул ваҡытта халыҡҡа эштәрҙең бер квадрат метры яҡынса 500 һумға төшәсәк тиелгәйне. Дәүләт экспертизаһы һәм торг һөҙөмтәһендә подрядсы хаҡты төшөрҙө. Хәҙер был сумма, һәр өйҙән айырым сығып, 350-480 һум тирәһендә билдәләнде.

Шулай итеп, хаҡ алдан әйтелгәндән кәмерәк килеп сыҡты.

Подрядсы менән иҫәпләшеү этап буйынса алып барыла. Эштәрҙең күпселек өлөшө башҡарылған. 7 сентябрҙә әҙер өйҙәрҙә ҡабыҙыу башлана. Баш-ҡарылған эш өсөн подрядсыға әле республика һәм район бюджеттары иҫәбенә түләнә, ә халыҡтан аҡса йыйыу бик аҡрын бара. Халыҡты ваҡытында түләргә саҡырабыҙ. Килешеү буйынса район хакимиәте подрядсыға халыҡтан йыйылған аҡса тураһында мәғлүмәт бирә һәм газды ҡабыҙыу эштәрен, йыйылған сумманан сығып, сират буйынса башҡарыуҙы һорай.

Үҙемдән өҫтәп тағы ла шуны әйтер инем: фатирҙарға эләгеүе бик ауыр. Өйгә газды ебәреү өсөн газ үткәргесенең ышаныслылығын тикшерергә кәрәк, бының өсөн фатирҙарға бер юлы инеү мөһим. Ә был, тәжрибәлә күренеүенсә, бик ауыр. Тракт урамының 3-сө өйөн был йәһәттән үрнәк итеп килтерер инем. Бындағы халыҡ һәм өй буйынса етәксе Ольга Топычканова бик әүҙемдәр. Улар күршеләренең ҡайҙалығын, ҡасан ҡайтырын яҡшы белә, подрядсы менән оператив эшләй, бер-береһенә ярҙам итә. Был өйҙә газ иң беренсе булып ҡабыҙылһа, һис ғәжәпләнерлеге юҡ. Халыҡтың был оло эштә ярҙам итеүҙәрен һорайбыҙ.


Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.