Был хәлгә Мәсетле районы ха- кимиәтенең төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса идаралығы башлығы Илшат Хәсәнов аңлатма бирҙе:
–Эйе, Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Социнвестбанк” бүлеге ябылды, әммә банк үҙе эшләй. Әлеге ваҡытта банкта “һауыҡтырыу” процедураһы бара, “Рәсәй капиталы” банкы менән ҡушылыу формаһында үҙгәртеп ойоштороу үткәреләсәк.
Банк клиенттар алдында үҙенең бөтә булған йөкләмәләрен һаҡлап ҡала, йәғни аҡсалар бер ҡайҙа ла юғалмай. Уларҙы алыр өсөн “Социнвестбанк” офистарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Төп офис Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 42-се йорт адресы буйынса урынлашҡан.