Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
5 Июнь 2018, 12:05

Шәмбе йәрминкәләре: урындар нисек бүленә?

Гөлсөм Таһирова, Әбдрәхим ауылы: – Оло Ыҡтамаҡ ауылының шәмбе баҙары, тәү сиратта, урындағы фермерҙар һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыусылар ауыл хужалығы продукцияһын һатһын өсөн ойошторолған. Ә баҙарға килһәң, башҡасараҡ күренеш. Күпселек кейем һәм аҙыҡ-түлек менән һатыу итә. Ә ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген һатырға теләүселәр өсөн урын аҙ. Беҙгә баҙарҙа үҙ продукциябыҙҙы һатырға урын кәрәк булғас, бер метрҙан саҡ ҡына күберәк урын бирҙеләр, унда машинабыҙҙы көскә һыйҙырҙыҡ.

Һорауға Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәрминкә ойоштороусы

Флорида Әхмәтйәнова яуап бирә:

– Шәмбе йәрминкәһендә үҙҙәренең шәхси ярҙамсы һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарынан продукция һатыусыларға һәр ваҡыт урын бар. Уларҙы беҙ үҙебеҙҙең фермерҙарға беренсе сиратта бүлеп бирәбеҙ. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла сауҙа урыны бүленә. Фермерҙар үҙҙәре менән тауарҙарын урынлаштырырға өҫтәл килтерһендәр ине. Һәр береһенә 2,5 метрға тиклем сауҙа урыны ҡаралған.

Икенсе һорау, кешеләр тәҡдим ителгән урын менән ҡәнәғәт түгел. Ундайҙарға мин аңлатам: баҙарҙа тауар йәнәшлеге ҡағиҙәләрен үтәү – мотлаҡ. Ит һәм һөт, кейем һәм аҙыҡ-түлек, һәм тағын да күп тауарҙар бер-береһенә яҡын торорға тейеш түгелдәр. Һәр тауарҙың бында үҙ урыны бар.

Сауҙа нөктәһе бирелгән шәхси эшҡыуарҙар менән килешеү төҙөлә. Шәхси хужалыҡта йәки фермер хужалығы етештергән продукцияны һатыусыларға сауҙа урыны бушлай бирелә. Бының өсөн кешеләргә ярҙамсы хужалыҡ булыуы тураһында ауыл Советынан белешмә килтерергә кәрәк, фермер хужалыҡтары башлыҡтарына – хужалыҡ булыу тураһында таныҡлыҡ. Шулай уҡ ветеринарҙан белешмә талап ителә.

Күп көс түгеп етештерелгән ауыл хужалығы тауарын һатыу бик үк еңел түгел. Бындай саҡта ауыл кешеһенә ярҙам кәрәклеге билдәле. Шәмбе йәрминкәләре уларға ярҙам-ға ғына булһын.