Бар нәмә яңынан үҙгәртелеп ҡорола – мәктәпкә ингән урын яңыра, милли башҡорт биҙәктәре ҡулланып фасад эшләнә, шулай уҡ аҙыҡ-түлек блогы, ашхана, санузелдар яңыртыла. Бынан тыш, мәктәп яны биләмәһе төҙөкләндерелә, юлдарға асфальт, майҙансыҡтарға резина япмалар түшәлә, мәктәп яны биләмәһе булдырыла. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, биналарҙы ремонтлау һәм яңыртыуҙан тыш, мәктәптәр заманса ҡорамал, террористик хәүефтән һаҡлау саралары менән йыһазландырыла. Дәреслектәр һатып алына, мебель яңыртыла, заманса мультимедиа ҡорамалдары ҡуйыла. Компьютер кластары асыла, был ауыл мәктәптәре өсөн айырыуса көн-үҙәк.
Был проект буйынса Мәсетле районында 2023 йылда Ҡорғат мәктәбен яңыртыу күҙаллана.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 17 мартының 11-сы һанында уҡығыҙ.