Ошо көндәрҙә Теләш ауылынан тыл эшсәне, хеҙмәт ветераны Ғашиға Әфризунова 90 йәшлек юбилейын билдәләй. Ғашиға инәй бала сағынан алып хеҙмәт кешеһе булараҡ таныла. Ул һуғыш йылдарында тылдағы көрәштең бар әсе-сөсөһөн татыған. Уның тормош юлы һоҡланыу һәм хөрмәт хистәренә лайыҡ.
Юбиляр беҙҙе асыҡ сырай менән йылмайып ҡаршы алды, өҫтөндәге кофтаһында күп һанлы миҙалдар балҡый: “Хеҙмәттәге уңыштар өсөн”, “В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн”, ”Социалистик ярыш еңеүсеһе” (1975), Еңеү көнө уңайынан юбилей миҙалдары.
Ғашиға Ғәфүр ҡыҙы тормош юлы тураһында бәйән иткәндә, үткән тарихтың барлыҡ хәл-ваҡиғаларын яҡшы иҫендә тотоуы менән һоҡландырҙы.
– Атайым Беренсе донъя һуғышына китеп, ете йылдан һуң ғына ҡайтты. Аяғы яраланып, оҙаҡ уңалманы, шуға ла уны Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылда ғына алдылар. Күп тә уҙмай, атайымдың үлеүе тураһында хәбәр килде. Ул Сталинград янында һәләк булған. Шулай итеп беҙ өсәү генә тороп ҡалдыҡ: әсәйем, ағайым һәм мин, – тип хәтерләй ул.
Ғашиға Ғәфүр ҡыҙы ауыл ҡыҙҙары һәм малайҙарының иртә таңдан кискә тиклем тырышып эшләгәндәрен әле лә яҡшы хәтерләй.
– Атайым һуғышҡа тиклем ағайым һәм мине үҙе менән эшкә алып йөрөнө. Беҙ бесән йыйырға ярҙам иттек, борсаҡ һәм етенде ҡул менән йолҡа инек. Һуғыш башланғас, ололар менән бер рәттән тороп эшләнек. Иртә яҙҙан Ҡыҙылбай, Оло Аҡа йәиһә башҡа ауылдарҙан орлоҡ килтерҙек. Балалар – 25 килограмм ауырлыҡтағы тоҡтарҙы, ә өлкәндәр 32 килограмлығын ташыны. Иген ҡул менән сәселде, ҡатындар бойҙай һалынған биҙрәләрҙе муйындарына аҫып баҫыу буйлап һибеп йөрөй. Беҙҙең бурыс – ошо биҙрәләрҙе ваҡытында тултырыу. Йәй көнө бесән әҙерләнек, баҫыу утаныҡ. Көҙ көнө уңыш йыйыуҙа ҡатнаштым. Мин көлтәләрҙе ысҡындырҙым, елгәргестән төшкән бойҙайҙы тартып торҙом. Бер эш көнө өсөн бер ҡалаҡ он бирә инеләр. Ҡыш көнө күпселек балалар өйҙә торҙо, ҡайһылары мәктәпкә йөрөнө, ә иртә яҙҙан бөтә эш яңынан ҡабатлана...
Еңеү яуланғас та ауыл халҡына еңелдән булмай. Һуғыш ваҡытында бөлгөнлөккә төшкән хужалыҡты күтәрергә кәрәк була.
– Бер, ике бала тәрбиәләнгән ғаиләләрҙең йыл һайын быҙауҙарын тартып ала инеләр. Күп балалы ғаиләләргә теймәнеләр. Колхозда бары тик бер трактор булды. 50-се йылдарҙа бер ДТ тракторы һәм тағылмалы иген йыйыу комбайны ҡайтарылды, – тип һөйләй ағинәй.
Ғашиға Ғәфүр ҡыҙы үҙ ғүмерендә күп һөнәр үҙләштерә: быҙау ҡараусы, һауынсы, тағылма машинала эшләүсе, комбайнсы ярҙамсыһы, ашнаҡсы, хатта Кемерово өлкәһендә шахтер булып эшләй. Уның дөйөм хеҙмәт стажы – 42 йыл.
Тормошо матур бөгөн юбилярҙың. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире генә был көндәрҙе күрә алманы – 15 йыл элек баҡыйлыҡҡа күсте.Үткән йылдар еңелдән булмаһа ла Ғашиға инәй яҙмышына бер ҙә зарланмай, риза булып, туғандары һәм яҡындарының, биш ейән-ейәнсәренең, дүрт бүлә-бүләсәренең хәстәрлеген тойоп, уларҙың иғтибарында һәм ихтирамында, улы менән килене тәрбиәһендә ғүмер кисерә.
Айгөл ШАРАПОВА.