Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2021, 10:00

Ауылдың киләсәге – йәштәрҙә

5 октябрҙә илебеҙҙә Уҡытыусылар көнө билдәләнә. Нәҡ ошо байрам көнөндә уҡытыусылар хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һәм хөрмәт һүҙҙәрен ишетә.

Ауылдың киләсәге – йәштәрҙә
Ауылдың киләсәге – йәштәрҙә

Һуңғы йылдарҙа республика буйынса ғына түгел, бөтә ил буйлап төрлө фәндәрҙән уҡытыусыларҙың етешмәүе күҙәтелә. Бынан тыш, ир-егеттәр был һөнәрҙе урап уҙа башланы.
Ошондай уҡ мәсьәлә Йонос ауылы мәктәбендә лә килеп тыуа. Әммә белем биреү учреждениеһы директоры Миләүшә Фәттәхованың дөрөҫ ҡоролған эш стратегияһы һөҙөмтәһендә белем усағында 11 уҡытыусы эшләй, шуларҙың дүртәүһе – ир-егеттәр. Илшат Кәримов был мәктәптә физика, математика һәм информатика фәндәренән белем бирә.
Илшат Инсаф улы сығышы менән Балаҡатай районының Әшәй ауылынан. Башҡорт дәүләт университетының Физика-техника институтын тамамлаған егет бер нисә йыл Себер тарафтарында эшләй. Күңеле уны ауылға тарта – ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләү теләге уяна һәм уҙған йылдың август һуңында Йонос мәктәбе директорының уға шылтыратыуы артабанғы яҙмышын хәл итә.
– Мәктәп һәм коллектив менән танышыу миндә бары тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы, – тип хәтерләй Илшат Кәримов. – Яңы урында эшләргә ҡыуанып ризалаштым. Коллективҡа тиҙ өйрәндем. Бында хеҙмәттәштәремдең тырышлығы ҙур – һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер изге күңелле уҡытыусылар. Мин уларға бик тә рәхмәтлемен.
Бер нисә айҙан Миләүшә Ғәлимйән ҡыҙы йәш уҡытыусыға “Ауыл уҡытыусыһы” программаһында ҡатнашырға тәҡдим итә. Йәш уҡытыусы уңышҡа бик үк ышанып етмәһә лә, кәрәкле документтарҙы тултырып, ведомствоға ебәрә. Һөҙөмтәлә уны программаға индерәләр һәм бер миллион һум дәүләт ярҙамы ала.
Үҙенең эше тураһында Илшат Инсаф улы ҙур теләк менән һөйләй. Ауыл ерендәге эш, татыу коллектив – уның өсөн тормоштағы төп ҡиммәттәрҙең береһе.
– Беҙҙең мәктәп уҡыусылары тәрбиәле, ололарға хөрмәт менән ҡарай, – тип һөйләй ул. –Иң мөһиме – уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу, шул ваҡытта ғына улар фәнгә иғтибар итә, күберәк белеү теләге уяна. Мин үҙемде уҡытҡан уҡытыусыларҙан өлгө алып эшләйем. Интернет баланың үҫешенә насар йоғонто яһай, тигәндәрен йыш ишетергә тура килә. Ә бына физика һәм информатиканы өйрәнеүҙә ул, киреһенсә, бик кәрәк: балалар фәнде өҫтәмә өйрәнә, дәрестә үткән темаларҙы төптәнерәк анализлай. Уҙған уҡыу йылында мәктәп “Һанлы белем биреү мөхите” программаһы буйынса ике интерактив панель һәм 30 ноутбук алғандан һуң мөмкинселектәр киңәйҙе. Ағымдағы йылда тағы ла ике ноутбук аласаҡбыҙ. Балаларҙы өйрәтеү өсөн заман менән бергә атларға кәрәк, сөнки яңы технологиялар уҡыуҙы еңелләштерә һәм белем биреү сифатын яҡшырта.
Илшат Кәримов фән уҡытыусыһы ғына түгел, 12 бала уҡыған 8-се кластың класс етәксеһе лә. Класс татыу, әүҙем, ата-әсәләр уҡытыусыға һәр ваҡыт ярҙам итеп тора.
– Ул дәртле, яуаплы хеҙмәткәр, шуның өсөн дә беҙ уға иң ауыр эштәрҙең береһен йөкмәттек – тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнек, – ти мәктәп директоры. – Ул балаларҙың туҡланыуын, кластан тыш саралар ойоштороу кеүек тәрбиәүи процесс өсөн яуап бирә. Шулай уҡ физика фәне буйынса өҫтәмә күнекмәләр һәм теннис түңәрәген алып бара.
Илшат Инсаф улы шулай уҡ БДУ-ның Физика-техника институтын тамамлаған, тыумышы менән Яңы Мөслим ауылынан булған ҡатыны Диана менән бер бала тәрбиәләй. Бәхетле ата-әсә икенсе сабыйға ла ғүмер бүләк итергә йыйына.

Белешмә
“Ауыл уҡытыусыһы” программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән 2020 йылда старт алды. Уның маҡсаты – ауыл еренә йәш уҡытыусыларҙы йәлеп итеү. Программа шарттары буйынса, ауыл еренә йәиһә 50 меңгә яҡын кеше йәшәгән бәләкәй ҡалаға күсеп килгән уҡытыусылар бер миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация ала. Федераль бюджетта уны финанслау 2023 йылдың һуңына тиклем ҡарал-ған. Ағымдағы йылда ошо программа буйынса Башҡортостанда 48 уҡытыусы ярҙам алды.

Ауылдың киләсәге – йәштәрҙә
Ауылдың киләсәге – йәштәрҙә
Автор:Наркес Халиуллина