Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Август 2021, 14:00

Сәскәләр – ул тормош, матурлыҡ

Һәр йортто биҙәп торған сағыу сәскәләрҙән дә йәмле күренеш юҡтыр. Был матурлыҡты булдырыу өсөн ерең булыуы, сыҙамлылыҡ һәм ижади һәләт кәрәк.

Сәскәләр – ул тормош, матурлыҡ
Сәскәләр – ул тормош, матурлыҡ

Ключевой ауылында йәшәгән Светлана Заводованың бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ сәскәләргә күмелеп ултырған баҡсаһы иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем, күҙ яуын алып, тирә-яҡтағыларҙы ҡыуандыра. Уңған хужабикә тормош иптәше Юрий менән 20 йыл элек үҙ өйҙәренә күскәс, йорт тирәһен төҙөкләндерә башлай.
Сәскә-гөлдәргә һөйөү уға әсәһенән күсә. Баҡсаһын байытыу өсөн ул район үҙәгенән орлоҡтар, сәскә үҫентеләрен алып ҡайтып ултырта. Баҡсаһында эустома гөлө лә ошо рәүешле барлыҡҡа килә. Был гөлдөң ярым асыҡ сәскәләре раузаны хәтерләтә, ә тулыһынса асылған ваҡытта – эре мәк сәскәһенә оҡшаш. Баҡсаларҙа эустома бер йыллыҡ сәскә кеүек үҫтерелә. Ҡыуаҡты ҡышҡылыҡҡа ҡаҙып алып өйҙә һаҡлағанда, икенсе йылда ла түтәлгә сығарып ултыртырға мөмкин, әммә ул уҙған йылдағы кеүек шау сәскә атмай.
– Гөлдәрҙе тәрбиәләү – көндәлек ваҡ эш, – тип һөйләй Светлана Михайловна. – Әммә улар сәскә ата башлаһа, бар арығанлыҡ онотола.
Уның баҡсаһында яратмаған сәскәләре юҡ. Төрлө төҫтәге петуния, бәрхәт гөлө, циния, георгиндар һәм башҡа сәскәләр бөтөн йорт буйлап ултыртылған. Буш ятҡан ер юҡ: әкиәт батшалығын хәтерләтеп, баҡса аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән.
Яратҡан баҡсаһын тәрбиәләү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй, һәр көн уны ҡарай. Унда эш һәр ваҡыт етәрлек: ҡоротҡостар, сүп үләндәре менән көрәш, көндә һыу һибеү.
Светлана Заводова әйтеүенсә, гөлдәрҙе бар күңелең менән тәрбиәләргә кәрәк. Шул ваҡытта ғына улар яуап итеп шау сәскәгә күмелер. Уларҙан тыш хужабикә баҡсаһында емеш-еләк үҫтереп бай уңыш ала, ҡышҡылыҡҡа ла төрлө ҡайнатма, салаттар әҙерләй.
– Кеше үҙ ғүмерендә ул үҫтерергә, өй һалырға, ағас ултыртырға тейеш, тип әйтәләр. Әгәр ҙә һәр ҡайһыбыҙ бер сәскә генә ултыртһаҡ та – беҙҙең еребеҙ матур баҡсаға әйләнер, – ти хужабикә. – Сәскәләр – ул тормош, матурлыҡ.
Әлбиттә, Светлана Михайловна был матурлыҡты үҙе, ғаиләһе өсөн булдырған. Нәҡ ошондай кешеләр беҙҙең ауылдарға йәм, нур, ҡот өҫтәй.

Автор:Лариса РИЗВАНОВА