“1941 йылдың март-апрель айҙарында мәктәп эскәмйәһенән комсомол путевкаһы менән Красноуфимск ҡалаһы военкоматы аша граждандар авиацияһы мәктәбенә уҡырға индем. Ләкин, 1941 йылдың 22 июнендә һуғыш башланып китеү сәбәпле, мәктәпте яптылар һәм беҙҙе Һарытау өлкәһе Вольск ҡалаһына хәрби училищеға ебәрҙеләр. Бер йыл уҡып, кесе сержант дәрәжәһендә Куйбышев хәрби авиация часына килдем. Бында мине 299-сы штурмлаусы авиаполкка самолет ҡоралдары буйынса мастер итеп тәғәйенләнеләр.
Беҙҙең полк яңы самолеттар алып, бер-нисә ай өйрәнгәндән һуң, 1942 йылдың декабрендә фронтҡа осто һәм Воронеж өлкәһе Калач районында фашистарға ҡаршы һуғышҡа керҙе.
1942-1943 йылдың ҡышы бик һалҡын, ҡар-буранлы, 30-40 градус һыуыҡтар булды. Шуға ҡарамаҫтан, самолеттар дошмандың алғы һыҙығына көнөнә 2-3 тапҡыр осош яһап, бомбалар яуҙырҙы. Дошман самолеттары ла тик ятмай, төндәр буйына беҙҙең аэродромды бомбаға тота, көндөҙ ҙә ташлап китәләр.
1943 йылдың яҙ һәм йәй айҙарында беҙҙең полк Курск операцияһында әүҙем ҡатнашып, Донбасс, Днепропетровск ҡалалары һәм бик күп ауылдарҙы азат итеүҙә ҡатнашты. Шулай уҡ 46-сы Армия составында үткәрелгән операцияларҙа Запорожье, Кривой Рог һәм Украинаның күп ауылдарын фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн 1943 йылдың авгусында беҙҙең полк 108-се гвардия штурмлаусы авиация полкы итеп үҙгәртелде.
1944 йылдың яҙ һәм йәй айҙарында 3-сө Украина фронтына күсеп, Одесса һәм башҡа бик күп ауыл-ҡасабаларҙы азат итеүҙә ҡатнаштым. 1-се Украина фронты Львов янындағы Луцк ҡалаһына күсеп, Рава-Русск ҡалаһын штурмлауҙа ҙур уңыштар күрһәткән өсөн полкка “Рава-Русский” исеме бирелде.
1944 йылдың һуңы-1945 йылдың башында полкка бер аҙ ял бирелде, яңы самолеттар һәм өҫтәмә көс алып Польша еренә индек. Сандомир плацдармын, шулай уҡ Нейсе һәм Шпрее йылғаларын форсировать итеүсе көстәргә ярҙам итеп, Германия еренә күстек. Берлинды штурмлап алыуҙа һәм Чехословакияның баш ҡалаһы Праганы азат итеүҙә булышлыҡ иттек.
Еңеүҙе 9 майҙа Берлин эргәһендәге аэродромда ҡаршыланыҡ. Һуғыш тамамланғас, 1949 йылға тиклем Германия, Чехословакия, Венгрия, Польша илдәрендә дошман ҡалдыҡтарына ҡаршы көрәшергә, илдәрендә демократия урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтеү хөрмәтендә Совет Армияһы составында хеҙмәт итеүҙе дауам итергә тура килде.
Тыуған илгә тик 1949 йылдың апрелендә генә ҡайтып төштөм. Был ғына ла түгел, 1952 йылдың яҙында, ҡайтып өс йыл эшләгәс, хәрби комиссариат тағы ла саҡырып алды һәм Алыҫ Көнсығышҡа, Приморье крайына, ебәрҙе. Тағы ла өс йыл Совет Армияһы сафында хеҙмәт итергә тура килде. 12 йыл ғүмерем армия хеҙмәтендә үтте. Һуғыш һәм хеҙмәт итеү дәүерендә сержант дәрәжәһенән лейтенантҡа тиклем күтәрелдем. Ике тапҡыр Юғары Башкомандующий Советтар Союзы маршалы Сталиндың Рәхмәт хатын алдым. Һуғышта ҡатнашҡан хеҙмәттәрем өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, күрһәткән батырлыҡтарым өсөн “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Праганы азат иткән өсөн” миҙалдары һәм һуғыштан һуң унарлаған юбилей миҙалдары менән бүләкләндем.
Тыныс тормош хеҙмәтендә клуб мөдире, өс йыл Мәсетле район Советының культура-ағартыу эше буйынса мөдир булып эшләнем. Бер йыл Әбдрәхим мәктәбендә уҡытыусы, дүрт йылға яҡын Йонос ауыл советы председателе, өс йылдан ашыу Әбдрәхимдә бригадир булдым.
1962 йылдың көҙөндә колхоз юлламаһы буйынса ике йыл ҡортсолар мәктәбендә уҡыным һәм 25 йыл ҡортсолоҡта эшләп хаҡлы ялға сыҡтым.
Эшләү дәүерендә ауыл советы һәм колхоз идаралығының бик күп почет грамоталарына, ҡиммәтле бүләктәренә, КПСС-тың Өлкә комитеты һәм Баш-ҡорт АССР-ы Совет министрының, райком һәм район Советының почет грамоталарына лайыҡ булдым. Шулай уҡ “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары менән бүләкләндем, “Атҡаҙанған колхозсы” исеменә лайыҡ булдым”.