Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ленин ордены кавалеры

Бөтөн колхоз-совхоз производствоһы тарихында район хужалыҡтары етәкселәренең бары икәүһе генә Советтар Союзының иң юғары дәүләт наградаһы – Ленин орденына лайыҡ булған. 1966 йылда ете йыллыҡ йомғаҡтар буйынса Ленин ордены менән Салауат Юлаев исемендәге колхоз рәйесе М. Шараев бүләкләнә. Ә 1971 йылда һигеҙенсе биш йыллыҡ йомғаҡтары буйынса Жданов исемендәге колхоз рәйесе Мулланур Хәби улы Ғибәҙуллин Ленин ордены кавалеры була.

Мулланур Ғибәҙуллин 1923 йылдың 20 ноябрендә Мәсәғүт кантоны Ямаш волосы, хәҙерге Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылында тыуған. Урындағы мәктәптә 7 класс һәм Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы етәксе кадрҙар мәктәбен (1952 й.) тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1939 йылда “Коммунар” колхозы хисапсыһы булып башлай. Бер ни тиклем ваҡыттан Мәсетле районының “Заготзерно” келәте мөдире булып эшләй башлай. 1942 йылдың яҙында Ҡыҙыл Армия сафына алына, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Сталинград һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттарында отделение, взвод командиры вазифаларында һуғыша (кесе лейтенант Мулланур Ғибәҙуллиндың хәрби батырлыҡтары тураһында үҙ ваҡытында тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәфҡәт Хаматуллин район гәзите биттәрендә ентекләп һөйләгән ине). 1946 йылдың февралендә ул тыуған ауылына ҡайтып, колхозда эш башлай: ҡабул итеү пункты мөдире, бригадир һәм колхоз рәйесе урынбаҫары була. 1952 йыл һуңында Жданов исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлана һәм 1986 йылда пенсияға сыҡҡансы шунда эшләй.

Уның етәкселегендә бөртөклөләрҙең уртаса йыллыҡ уңышы бишенсе биш йыллыҡта (1951 – 1955) 7 центнерҙан ун беренсе биш йыллыҡта (1981 – 1985) 20,1 центнерға тиклем арта, был – район хужалыҡтары буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. 1986 йылда гектарынан 25,6 ц иген алына, дәүләткә 17085 ц иген һатыла, был пландан 9,5 процентҡа күберәк.

Малсылыҡта ла юғары һөҙөмтәләргә ирешелә. Колхоз дәүләткә 1953 йылда – 530, 1986-ла 13000 центнер һөт, 1953 йылда – 150 һәм 1986 йылда 2550 ц ит һата. Мал һаны һәм уның продуктлылығы тотороҡло үҫә.

Хужалыҡтың килеме 1953 йылда 34 мең һум, 1986-ла 1700000 һум тәшкил итә.

Мулланур Хәби улы етәкселегендә колхоз райондың күп тармаҡлы, юғары рентабелле алдынғы хужалығына әйләнә. Бында колхоз рәйесе – үҙ эшен белгән оҫта һәм ауыл хужалығын ойоштороусы, колхоз производствоһына игенселек һәм малсылыҡ өлкәһендәге алдынғы алымдарҙы ныҡышмалы индергән инициативалы етәксенең хеҙмәте ғәйәт ҙур. Һөҙөмтәлә колхоз юғары игенселек хужалығы булып китә.

Уның хеҙмәт биографияһынан ҡыҙыҡлы факт килтерергә мөмкин: район ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре араһынан уның 30 йылдан ашыу колхоз “вожагы” булып эшләү дәүерендә бер уға ғына колхозсыларҙан юғары инстанцияларға бер генә лә яҙма йәки телдән ялыу биреүсе булмай.

Ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә һәм дәүләткә игенселек һәм малсылыҡ продукттарын һатыу буйынса биш йыллыҡ планды үтәүҙә ирешелгән уңыштары өсөн 1971 йылда СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Мулланур Ғибәҙуллин Ленин ордены менән наградлана.

Шуныһы ҡыҙыҡлы, бер Указ менән бер үк ваҡытта юғары наградаға бер колхоздың ике вәкиле – рәйес һәм сусҡа ҡараусы (Сәмәрйә Кәримова) лайыҡ булды. Үҙенең юғары производство күрһәткестәре менән был колхоз райондың башҡа хужалыҡтарынан ҡырҡа айырылып торған, күрәһең.

Мулланур Хәби улы Ленин орденынан (1971) тыш, шулай уҡ II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” (1966), “Батыр хеҙмәте өсөн” (1970), “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” (1957) миҙалдары менән бүләкләнгән.

Ун бала атаһы, шәп ғаилә башлығы, ҡурҡыу белмәҫ яугир, колхоз производствоһының ныҡлы хужалыҡ итеүсеһе иҫән сағында һәр ваҡыт ауылдаштарының оло ихтирамы менән файҙаланды һәм 30 йыл дауамында ауыл һәм район советтарының алмашсыһыҙ депутаты булды.

Ғәлимйән Кәримов,

журналист.