Мин бөгөн үҙемдең ғәзиз кешем – әсәйем яғынан олатайым Нуретдинов Сабирйән Нуретдин улы тураһында һөйләп үтергә теләйем. Олатайым хаҡында әсәйем Хафизаның, әсәйемдең һеңлеһе – Венера апайымдың хәтирәләренән һәм ошо йылдар халыҡ иҫәбен алыу архив документтары буйынса беләм. Олатайым 1908 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең Оло Ҡошсо ауылы Мәрйәмғол ауылында (әлеге ваҡытта Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауыл советындағы Ҡотош ауылы) тыуған. Ауылда башлыса башҡорттар йәшәгән. Ғаиләлә биш бала тәрбиәләнгән, олатайым араларында – икенсе.
Сабирйән олатайым бик белемле кеше булған. Башҡорт яҙыуы бер нисә этапта формалашҡан. 1930 йылға тиклем ул ғәрәп алфавитына нигеҙләнгән, 1930 – 1940 йылдарҙа – латин алфавитына, бары 1940 йылдан һуң ғына кириллицаға күсә. Үҙ дәүеренә хас булғанса, олатайым башҡорт яҙыуын латин алфавитына нигеҙләнеп өйрәнә һәм латин хәрефтәре менән иркен яҙа.
Олатайымдың холҡо атаһыныҡы кеүек ҡыҙыу түгел, тыныс була. “Йондоҙ” колхозында тимерсе булып эшләй. Өйҙәре эргәһендә йылҡы аҙбары урынлашҡан, һәм ул аттарҙы ҡарарға йыш ҡына шунда инеп йөрөгән. Араларында айырыуса күңеленә ятҡаны – ҙур асыҡ таптар менән һоро төҫтәге ат. Ул олатайымдың ғүмеренең ахырынаса уға тоғро ҡала.
Сабирйән Нуретдин улы Вәҡифә Зәйнетдин ҡыҙына өйләнә. Улар дүрт балаға ғүмер бирә, әммә бер улдары кескәй сағында үлеп ҡала.
1939 йылда олатайымды совет-фин һуғышына алалар. 1940 йылда ул сержант званиеһында ҡайтып төшә. Мәсетле районы хәрби комиссариаты ҡарамағындағы запастағы хәрби булараҡ, ул Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙы хәрби һөнәргә өйрәтә.
Сабирйән Нуретдинов Мәсетле районы хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың 21 авгусында һуғышҡа алына. Фронтҡа китеүселәр тимер юлы станцияларының иң яҡын урынлашҡанында – Сулеяла туплана. Кешеләрҙән, аттарҙан, ылауҙарҙан торған ҙур-ҙур колонналар юллана шул тарафтарға Мәсетле районы ауылдарынан. Улар юлда башҡа колонналар менән ҡушылып, ҙур бер ағым тәшкил итәләр.
Өләсәйем, биш айлыҡ ҡыҙы Венераны ҡулында күтәреп, ирен оҙата бара. Бала юл буйына илай, һәм олтайым станцияла хушлашҡанда, башҡаса ҡыҙымды күрә алмаҫмындыр, моғайын, ти күҙ йәштәре аша. Һуғыштың нимә икәнлеген ул фин сигендәге алыштарҙан белә. Алдағы көндәрҙә Мәскәүгә табан юлда ҡаты алыштар көткәнен дә яҡшы аңлай, сөнки нәҡ баш ҡала фашистарҙың төп маҡсаты була ул ваҡытта. Ә Мәскәүҙе, һис нәмәгә ҡарамай, һаҡлап алып ҡалырға кәрәк. Фронтҡа китеүселәргә иң яҡшы колхоз аттарын бирәләр. Олатайым да һуғышҡа үҙенең яратҡан толпары менән китә. Ул ваҡытта барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн эшләнә.
Кешеләр һәм аттар тейәлгән тимер юлы тауар составы Өфө эргәһендәге республика йыйылыу пунктына – Алкинға юллана. Олатайым уларҙы тейешле пунктҡа тиклем илтеү өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнә. Бында хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙы хәрби частарға бүлеп, фронтҡа оҙаталар.
Өләсәйем 12 йәшлек өлкән ҡыҙы Хафиза (минең әсәйем), биш йәшлек Дамир улы һәм 5 биш айлыҡ ҡыҙы Венера менән тороп ҡала. Улар ҡәйнәһе менән йәшәй. Өләсәйем колхозда эшләй, әсәйем мәктәптә уҡый, кесе балалар өйҙә өләсәләре менән ҡала.
Оҙаҡ ваҡыт олатайымдан фронттан хат булмай. Тәүге һәм берҙән-бер хат ҡыш госпиталдән килә. Ул 41-се кавалерия дивизияһының 170-се кавалерия полкы отделениеһы командиры Нуретдинов Сабирйән Нуретдин улының 1941 йылдың 18 декабрендә алған яраларынан вафат булыуы һәм Калинин өлкәһендә ерләнеүе тураһында хәбәр менән бергә беркетелгән була.
Ауылдың башҡа ҡатындары ирҙәренең һуғыштан иҫән ҡайтырына өмөт итһә һәм көтһә, минең өләсәй һуғыш башланғас уҡ тол ҡала, балалар атайһыҙ үҫә, әсә улһыҙ ҡартая. Уларҙың ҡайғылары шул тиклем ҙур, тормоштоң бер мәғәнәһе ҡалмай. Бары тик күҙ нурҙары – балалары ғына төшөнкөлөккә бирелеүҙән һаҡлап ҡала. Уларҙы ашатырға, уҡытырға, тәрбиәләргә кәрәк. Ә ваҡыттың хәтәр сағы – 1943 йылғы аслыҡ. Иҫән ҡалыу өсөн әсәйем балалары менән үҙенең тыуған ауылына әсәһе янына ҡайта – унда өләсәйемдең туғаны келәттә мөдир булып эшләй. Ҡәйнәһе кесе ҡыҙы менән ауылда тороп ҡала. Барыһы ла иҫән ҡотола ул аслыҡтан.
Һуғыш тамамлана, фронтовиктар өйҙәренә әйләнеп ҡайта башлай. Әммә улар күп булмай. Араларында өләсәйемдең тыуған ауылы Туҡбайҙан күршеһе лә бар, ул олатайым менән бергә һуғышыуҙары тураһында хәбәр итә. Һуғыш тураһында күп һөйләмәй – тол ҡатындың йөрәген һаҡлай, күрәһең. Уның һүҙҙәренсә, олатайым ҡаты яралана, һалдаттар командирҙарын носилкаға һалырға теләй, әммә ат уға бер кемде лә яҡын ебәрмәй. Олатайым атын үҙе янына ятырға күндерә. Һуңғы көсө менән ул атҡа менеп ята. Бары шул саҡта ғына һалдаттар атты йүгәненән ала һәм яраланған командир менән медсанбатҡа алып китә. Башҡаса күршебеҙ олатайымды осратмай һәм артабанғы яҙмышы тураһында белмәй.
Олатайымдың хәрби хәрәкәттәре тураһында бер нәмә лә билдәле түгел – һуғыштан хаттар килмәй. Госпиталдән килгән берҙән-бер хат та һуңғыһы булып сыға. Шуға күрә мин олатайым хеҙмәт иткән 41-се дивизияның 170-се кавалерия полкы нисек формалашыуы һәм алыштары тураһында тарихты өйрәнергә ҡарар иттем.
Алкиндан фронтҡа алынған тотош состав, шул иҫәптән аты менән олатайым, Ковров ҡалаһы янындағы хәрби лагерға юллана. Унда 41-се кавалерия дивизияһының 170-се кавалерия полкы төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта хәрбиҙәр һуғыш алымдарына өйрәнә.
1941 йылдың октябрь башында дивизия фронтҡа оҙатыла һәм Орлов өлкәһе Мценск ҡалаһы тирәһендә алыша башлай. Дошман илебеҙҙең баш ҡалаһына үтергә ынтыла. Мценск янындағы алыш – Мәскәүгә табан хәрәкәт иткән немец танкыларын туҡтатыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгән ҙур һуғыш. Фашистар бында Вермахтың иң яҡшы 4-се танк дивизияһының 300-ҙән 133 танкын юғалта. Көҙгө батҡаҡ арҡаһында танкылар батҡаҡҡа бата. Ә совет ғәскәрҙәренең 41-се кавалерия дивизияһы тоғро һәм сыҙамлы саптарҙарында һәр ваҡыт авангардта була.
170-се кавалерия полкы 1941 йылдың октябренән ноябренә тиклем Калинин һәм Тула йүнәлештәрендә ҡурсалау операцияларында ҡатнаша. Шәхси состав, совет еренең һәр метрын һаҡлап, иҫ китмәле батырлыҡ күрһәтә.
1941 йылдың 25 ноябрендә Сталиногорск районында ҡаты алыш була, дивизия шәхси составтың, аттарҙың, техниканың 50 процентына тиклемен юғалта, әммә дошман да ҙур юғалтыуҙар кисерә.
Декабрь башында һынылыш осоро етә. Беҙҙең ғәскәрҙәр ҡаршы һөжүм башлай. 170-се кавалерия полкы Епифань, Богородицк, Плавск ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. 1941 йылдың декабренән 42-нең ғинуарына тиклем 150-нән ашыу торама пунктты азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡайһы бер ауылдар олатайымдан башҡа азат ителә – ул 18 декабрҙә госпиталдә вафат була.
Һуңғы һалдат ерләнмәйенсә тороп, һуғыш тамамланмай, тиҙәр. Олатайымдың ерләнгән урыны билдәле түгел, шуға күрә минең өсөн һуғыш дауам итә әле. Уның үлеме тураһында хәбәрҙә Нуретдинов Сабирйән Нуретдин улының Калинин (хәҙер – Тверь) өлкәһендә ерләнеүе тураһында яҙылған. Ул йәрәхәттәрҙән вафат булған госпиталь номерын һәм ерләнгән урынын табыу ынтылышы уңышһыҙ тамамланды. Яраларҙан үлгән һәм вафат булғандар тураһында мәғлүмәттәрҙе һаҡлаған рәсми сайттарҙа техник хаталар бар: башҡа мәғлүмәттәр тура килгәндә лә, олатайымдың фамилияһы менән исемендә айырма бар. Шуға күрә миңә олатайымдың исемен мәңгеләштереү маҡсаты менән уның ерләнгән урынын табыу буйынса ҙур эш тора. Мин быны эшләргә бурыслы! Һәм эшләйәсәкмен дә! Олатайым бит тыуған ерен фашистарҙан һаҡлап, мин яҡты донъяға килһен һәм тыныс тормошта йәшәһен өсөн ғүмерен биргән. Онотмағыҙ: хәтерҙе тереләр һаҡлай...
Хәтирә ЛАТИПОВА (Мөфтәхетдинова).