Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылының Жданов исемендәге колхоз умартасыһы Лотфулла Хәтмуллин шулай улдары Зәйнулла (фотола ул уңда баҫып тора), Ғәйнулла (һулда ултыра) һәм Фәйзулла (уңда ултыра) һәм тағы ла бер күрше малайы – туғандары Сафуан Таҫмағоловты фотоға төшөрөргә алып бара.
“Хәҙер ҡош осоп сығасаҡ,” – ти фотограф. Бына шуны көтә улар. Көтәләр һәм әле тыныс булған 39-сы йылдан ышаныс менән беҙгә ҡарай-ҙар. Ләкин инде Европа үҙәгендә улар өсөн металл ҡойола. Беҙ быны үҙебеҙҙең йылдар бейеклегенән беләбеҙ, ә улар – юҡ.
Оло улы, 1923 йылғы Зәйнулла, фронтҡа 1942 йылда алына. Улын оҙатҡанда атаһы: “Улым, белеп ҡуй, Германияла һинең ағайҙарың бар”, – ти. Лотфулла әле империалис- тик һуғышта уҡ әсиргә эләгә. Уны бай бюргерға хеҙмәткә ебәрәләр. Унда бер немканы яратып өйләнә, уларҙың ғаиләһендә ике улдары тыуа. Ләкин ул тыуған яғын һағыныуына түҙә алмайынса, бында ҡайта, әммә Германияла ҡатыны менән балалары ҡалыуы тураһында береһенә лә һөйләмәҫкә була.
Зәйнулла 1944 йылдың 10 февралендә һәләк була һәм Белоруссияла ерләнә. Һуғыштан һуң 1923-1924 йылғы ҡыҙылгвардеецтарҙың бармаҡ менән генә һанарлыҡ булыуы билдәле. Улар Украинала һәм Белоруссияла ерләнә…
Бер йылға һуңыраҡ тыуғандар бер аҙ бәхетлерәк була, сөнки шул ваҡыт эсендә ил һуғышҡа көйләнергә өлгөрә, завод-фабрикалар, колхоз-совхоздар фронт өсөн кәрәкле бөтә нәмәне лә сығара. Ветерандар: “Моторлаштырылған час-тар менән дөбөр-шатыр килеп, беҙ барыбыҙ ҙа алға ынтылдыҡ”, – ти.
Сафуан 1946 йылда Германияның Дрезден ҡалаһына барып етә. Еңеүҙән һуң барыһының да өйҙәренә ҡайта алмауы билдәле, күптәр, шул иҫәптән Сафуан да хеҙмәттәрен дауам итә. Тыуған илгә ҡайтҡас, ул ғаилә ҡора, өс бала үҫтерә һәм тыуған колхозында хеҙмәт итә.
Ике кесе малай нығыраҡ уңа, тылдағы ауыр хеҙмәтте иҫәпләмәгәндә, һуғыш уларға ҡағылмай, тиерлек, тап ана шундай малайҙар, фронтты иген менән тәьмин итеп, ер һөрә, ашлыҡ сәсә лә инде.
Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Фото Рәфҡәт Хәмәтуллиндың архивынан.