“Һуғыш минең яҙмышымда…” – шулай тип аталды Һабанаҡ ауылында үткән сара. Унда ауылдың хөрмәтле тыл хеҙмәтсәндәре Фазила Хисамова, Тәмимә Ямалетдинова, Фаиз Бәҙретдинов, Роза Нухова, Ғәлиә Мөхәмәтова саҡырылған ине.
Һабанаҡтар фронтҡа киткән 151 кеше тураһында онотмай, шулар араһынан әйләнеп ҡайта алмаған 89-ҙын хөрмәтләп иҫкә ала. Бөгөн фронтовиктарҙың бары тик береһе генә иҫән, ул – Таиф Зарипов.
Әммә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә тылдағылар ҙа үҙ өлөшөн индергән: улар фронт өсөн, һалдаттар иҫән һәм еңеү менән ҡайтһын өсөн хеҙмәт иткән. Ныҡышмалыҡтары һәм хеҙмәттәре өсөн Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Раил Низамов уларға рәхмәттәр әйтеп, “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл” юбилей миҙалдарын тапшырҙы.
Сәхнәнән ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәфисә Әхмәтйәнова яҙып алған тыл хеҙмәтсәндәренең хәтирәләре яңғыраны, тамашасыларҙың күптәре күҙ йәштәрен тыя алманы. Байрам кисәһен шулай уҡ Гөлнәзирә Дәүләтова башҡарыуындағы шиғыр, Энгельс Ғәлиәкбәров, Данир Хафизов һәм башҡаларҙың йырҙары биҙәне. Саҡырылған ҡунаҡтар, үҙ сираттарында, имен тормош һәм донъяла татыулыҡ, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт кенә хакимлыҡ итеүен теләне.
Һуғышты лайыҡлы үткән, ғүмерҙәрен аямай еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән, бөгөн инде арабыҙҙа булмағандар хөрмәтенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.