Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Толомло һалдаттар

Бөйөк Еңеүгә 75 йыл үтһә лә, һуғыштың мәңге уңалмаҫ яралары – халҡыбыҙ, илебеҙ тәнендә. Ут эсендә Еңеү яулаған яҡташтар ҙа, фронт өсөн тылда көнө-төнө тир түккән погонһыҙ һалдаттар ҙа арабыҙҙа әҙ ҡалды. Бөгөнгө тыныс тормошобоҙ өсөн беҙ уларға бурыслы. Батырҙарыбыҙҙы исемләп иҫкә алыу, рәхмәт белдереү, ғорурланыу – улар өсөн ҙур бүләк.

“Онотмағыҙ беҙҙе, онот-һағыҙ, ҡайта алмабыҙ төштәрҙә ҡаҙҙар булып та”, – тип өндәшә төҫлө яугирҙарыбыҙ. Әб-дрәхим ауылында үткән кисә тап шул хаҡта булды.

Ғаилә ҡороп йәшәр дәртле баһадирҙар, атай-олатайҙар – фронтҡа киткән барлығы 79 кешенең, тылда иген иккән, балалар үҫтергән 80 эшсән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың, атайһыҙ үҫкән һуғыш балаларының тулы исем-шәрифтәрен, мәрхүмдәрҙең рухтары шат булһын өсөн, кисәне алып барыусылар ҙур хөрмәт менән уҡып ишеттерҙе.

Техника йөрөткән ирҙәр фронтҡа киткәс, уларҙың эшен 20 йәшлек һылыуҡайҙар дауам итә. Тәгәрмәсле тракторҙарҙы ҡыҙҙырып ебәреүе йәш кенә ҡыҙҙарға ай-һай ауырға тура килә.

“Дилбегә буйы теҙелешеп китеп, күмәкләшеп тартабыҙ, мотор ҡабынһа, көлөп ебәргән булабыҙ. Ырҙында ҡуна ятып эшләйбеҙ, таң һарыһынан эшкә тотонабыҙ. Сифатлы итеп һөрөргә, сәсергә, урырға тырышабыҙ, эшебеҙҙе тикшереп кенә торалар. Ашағаныбыҙ – алабута, туйра ҡабығынан бешерелгән күмәс, ул эсте ауырттыра, тәгәрәп йөрөйбөҙ. Техника ватылып китһә, 20 килограмлыҡ деталдәрҙе йөкмәп, һыу аша Мәсетле МТС-ына йүгерәбеҙ. Ҡышын тулы ремонт кәрәк, трактор менән ватыла-ватыла 2-шәр көндә саҡ барып етәбеҙ. Аяҡтар сабатаға ҡуша туңа”, – тип иҫенә төшөрә торғайны Сәлимә Таһирова. Уның прицепкала ярҙам итеп йөрөүселәре Кәрәм һәм Миңлеғәле Солтановтар – 12 йәшлек үҫмерҙәр була. Унан башҡа Әсмә Мөхөбуллина, Нәзирә Зиннурова, Әҡлимә Иҡсанова – дүрт тракторсы ҡыҙ йөҙәрләгән гектар ер эшкәртеп, иген үҫтерә. Тик ауыл халҡына уның бер генә килограмы ла ҡалмай, хатта ҡалдыҡтарын ҡат-ҡат елгәреп фронтҡа оҙаталар. Халыҡ, балалар аслыҡтан интегә. Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, бөтә Рәсәйгә билдәле умартасы Ивний Шафиҡовтың атаһы һәләк була. Үҫмер малайҙар йылғанан ҡабырсаҡ сүпләп бешерә. Ивний һуңлап булһа ла, сөнки өҫтөнә кейергә әйбер юҡ, 10 йәшендә 1-сегә уҡырға бара. Атаһынан ҡалған тунды йәйен-ҡышын һалмай кейә, аяҡтарында ла атайҙан ҡалған иҫке ботинкалар. Бына шулай интегә фронтовиктарҙың етем балалары.

Әле толомло һалдаттарҙың 92, 95 йәшкә еткәндәрҙән дүртәүһе генә иҫән. Улар: Бибиямал Мөхәмәтова, Хәтирә Әсҡәрова, Яңылбикә Зиннәтуллина, Йәмилә Әхмәтханова. Бөгөн улар-ҙың һәр береһе балаларының хәстәре менән бәхетле ғүмер итә.

Һуғыш йылдарындағы ауыл хәлдәрен иҫкә алыу концерт номерҙары – йыр-бейеү, хор, шиғырҙар менән аралашып бар-ҙы. Барлыҡ мәктәп уҡытыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы берлектә һоҡланғыс тамаша әҙерләгән. Һуғыш йылдарындағы ауыл тормошо бөтә тулылығы менән күҙ алдына килеп баҫты. Сценарий авторы Сажиҙә Фәйзрахманова һәм китапханасы Гөлфиә Фәтҡуллина эҙләнеп күп сығанаҡтар-ҙан бөтә тыл хеҙмәтсәндәренең исемдәрен табыуға ирешкән.

Ауыл биләмәһе башлығы Рәүф Ниғмәтуллин изге эш башҡарғандары өсөн әбдрәхимдәргә рәхмәт белдерҙе. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марат Әхмәтшин күп саралар-ҙың ойоштороусыһы Сажиҙә Әғзәм ҡыҙына Рәхмәт хаты тапшырып ҙурланы, теләктәрен әйтте. Эйе, Сажиҙә Фәйзрахманова һәр яҡлап тынғыһыҙ талант эйәһе. “Юлдаш” радиоһы ойошторған иншалар конкурсында ла уның эше еңеү яуланы.

Кисә һуңында ҡунаҡсыл хужабикәләр һуғыш йылдары балаларын сәй табынында ҡунаҡ итте.

Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА,

Йонос ауылы.