Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сабир Ваһапов – Мәсетле районын ойоштороусы

Артабан яҡташыбыҙ Башҡортостан етәксеһе булып китә.

Был йыл юбилейҙарға бай: Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, Мәсетле районы ойошторолоуының 90 йыллығы. Был ваҡиғаларҙың барыһы ла район һәм республика йылъяҙмаһында үҙ эҙен ҡалдырған Сабир Ваһапов исеме менән бәйле. Ул ҡатмарлы һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа яуаплы вазифаларҙа эшләп, республика үҫешенә ҙур өлөш индерҙе.

Сабир Әхмәтйән улының биографияһы ул осор совет кешеләренең күпселегенеке кеүек. Ул 1904 йылдың 10 майында Өфө губерняһы Златоуст өйәҙе (хәҙерге Мәсетле районы) Дыуан-Мәсетле ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Барлыҡ ауыл малайҙары кеүек иртә эшләй башлай, ауылдағы башланғыс мәктәптә уҡый.

1920 йылда йәш революцион коммунистар союзы сафына баҫа һәм 1924 йылға тиклем ауыл комсомол ячейкаһы, волость комитеты, йәш революцион коммунистар союзының район комитеты секретары була. Шул уҡ йылдарҙа бер юлы волость китапхана-читальняһы мөдире, ауыл Советы секретары вазифаларын башҡара, халыҡ араһында белемһеҙлекте бөтөрөү буйынса эш алып бара. 1926 йылда егерме ике йәшендә Рәсәй коммунистар партияһы ағзаһы булып китә.

1924 – 1929 йылдарҙа Сабир Ваһаповты Дыуан-Мәсетле волость башҡарма комитеты рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр, Мәсәғүт кантон башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, секретары итеп ҡуйыла. 1930 йылда Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты ҡарамағында совет ҡоролошо буйынса туғыҙ айлыҡ курс үткәндән һуң Башҡортостан өлкә үҙәк башҡарма комитеты инструкторы була.

Кантондарҙы һәм волостар-ҙы районлаштырғандан һуң партия өлкә комитеты Сабир Ваһаповты Мәсетле кантонының өс волосынан төҙөлгән Мәсетле районы ойоштороу бюроһы рәйесе итеп тәғәйенләй. Шулай итеп, Сабир Ваһаповтың әүҙем ҡатнашлығында 1930 йылдың 20 авгусында, уның тыу-ған ауылын үҙәк итеп, Дыуан-Мәсетле районы ойошторола. Район съезында ул район баш-ҡарма комитеты беренсе секретары итеп һайлана.

Республика етәкселәре уның ойоштороу һәләтен күреп ҡалып, 1931 йылда Сабир Әхмәтйән улын Зигазино-Комарово геологтар-разведка базаһы директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Бер йылдан Свердловск ҡалаһына Сәнәғәт академияһына уҡырға ебәрәләр. Уны тамамлағандан һуң Баймаҡ баҡыр иретеү заводында өлкән мастер, металлургия цехы начальнигы һәм завод директоры булып эшләй.

1939 йыл һуңында Сабир Ваһапов ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты сәнәғәт бүлеге мөдире вазифаһына раҫлана. 1940 йылдың февралендә 35 йәшлек Сабир Ваһаповты БАССР Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр.

1941 йылдың 22 июнендә илебеҙ тарихында иң ҡурҡыныс һуғыш башлана. Был осор-ҙа БАССР совет халыҡ комиссариаты һәм партия өлкә комитеты иғтибары үҙәгендә кешеләрҙе армияға мобилизациялау, фронт өсөн хәрби продукция сығарыуҙы яйға һалыу, икенсе базаға күсерелгән ҡорамалдарҙы сафҡа индереү һәм урынлаштырыу, эвакуациялан-ған халыҡты урынлаштырыу, госпиталдәр ойоштороу мәсьәләләре тора. Республика территорияһында бер нисә дивизия ойошторола. 112-се Баш-ҡорт кавалерия дивизияһын төҙөү буйынса хөкүмәт комиссияһы рәйесе итеп Сабир Ваһапов тәғәйенләнә. Бөтә республика көсө менән декабрь һуңына милли дивизия тулыһынса булдырыла. Ул Башҡорт АССР-ы халҡы иҫәбенә төҙөлә, штат, һыбайлылар составы, матди саралар республиканың халыҡ хужалығында ҡалдырылған бронь иҫәбенә комплектлана. 1943 йылда Миңлеғәли Шайморатов һәләк булғандан һуң дивизия командиры итеп тәғәйенләнгән генерал-лейтенант Григорий Белов “Батырлыҡ һәм дан юлы” китабында дивизияны ойоштороуҙа дивизияны төҙөү буйынса хөкүмәт комиссияһы рәйесе, БАССР Совет халыҡ комиссариаты рәйесе Сабир Әхмәтйән улы Ваһаповтың әүҙем ҡатнашыуы тураһында яҙа.

1941 йылда ғына республика территорияһына фронт эргәһендәге өлкәләрҙән станоктар эшләү, кабель, сода-цемент, текстиль, электр-вакуум, яҡтылыҡ-техник, аҙыҡ-түлек өлкәһендәге 100-гә яҡын сәнәғәт предприятиеһынан ҡорамалдар эвакуациялана. Улар Өфөлә, Ишембайҙа, Белоретта, Стәрлетамаҡта, Благовещенда, Туймазыла урынлаштырыла. Өфөлә һәм республиканың баш-ҡа ҡалаларында илебеҙҙең көнбайыш яғынан күсерелгән тиҫтәләгән фәнни һәм мәҙәни учреждение, уҡыу йорттары урынлаша. Республика дошман баҫып алған территорияларҙан эвакуацияланған 300 меңдән ашыу кешене ҡабул итә.

1941 – 1944 йылдарҙа предприятиелар, колхоз-совхоздар, МТС-тар Ҡыҙыл Армияға 5138 йөк һәм еңел автомашинаһы, 743 трактор, 71,8 мең ат, 13,2 мең ат арбаһы тапшыра.

СССР Совет халыҡ комиссариаты һәм ВКП(б) Үҙәк комитетының “Немец оккупанттарынан азат ителгән райондар-ҙа халыҡ хужалығын тергеҙеү буйынса кисектергеһеҙ саралар тураһында” уртаҡ ҡарарҙы ғәмәлгә ашырыу маҡсатында 1943 йылдың август һуңында ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы ҡарары менән Ворошиловград өлкәһенә ярҙам күрһәтеү буйынса республика комитеты төҙөлә. Рәйесе итеп Сабир Ваһапов раҫлана. 1943 йылда ғына был өлкәнең колхоз-совхоздарын тергеҙеү өсөн республика 9 мең ат, 15 мең һыйыр малы, 15 мең һарыҡ һәм кәзә бүлә. Шулай уҡ башҡаларға ла ҙур ярҙам күр-һәтелә: Харьков, Сталинград, Курск, Смоленск, Воронеж, Ленинград, Калинин өлкәләренә 140 меңдән ашыу төрлө мал ебәрелә. 1943-1944 йылдарҙа халыҡ хужалығын тергеҙеүҙә ярҙам күрһәтеү маҡсатында был урындарға республиканан 152 меңдән ашыу кеше китә.

Һуғыш йылдарында Баш-ҡортостанда эшләнгән бар нәмә республика хөкүмәтенең, уның рәйесе Сабир Ваһаповтың ҙур ойоштороу эше менән бәйле. Һуғыш йылдарында бирелгән хөкүмәт наградалары ла шул хаҡта һөйләй: хөкүмәттең айырыуса мөһим йөкләмәһен үтәгән өсөн Ленин ордены менән бүләкләнә, икенсе Ленин ордены менән – республика хужалығы һәм мәҙәниәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән – ил хөкүмәте ҡуйған бурыс-тарҙы өлгөлө башҡарған өсөн. Уның ике туған энеһе – билдәле ғалим-математик, фән өлкәһендә РФ дәүләт премияһы лауреаты В. Галин үҙенең “Атайымдың фронт юлдары” китабында былай тип яҙған: “Ул бик билдәле, эшлекле кеше булған, Сталинға сиратһыҙ үткән, дөрөҫөрәге, Сталин уны шунда уҡ ҡабул иткән”.

1946 йылдың 20 апрелендә Сабир Ваһапов ВКП(б)-ның Баш-ҡортостан өлкә комитеты беренсе секретары була. Республиканың һуғыштан һуңғы иҡтисади хәле бик ауыр була, бигерәк тә ауыл хужалығы өлкәһендә. 1944 йыл һуңына республика сәнәғәтендә тулайым продукция сығарыу 1940 йыл менән сағыштырғанда өс тап-ҡырға артһа, ауыл хужалығында хәл күпкә насар була. Сәсеү майҙандары кинәт ҡыҫҡара, уңыш кәмей. Малдар һаны һәм уларҙың продуктлылығы кәмей. 1941 йыл башында республиканың барлыҡ хужалыҡтарында 524 мең баш ат булһа, 1946 йыл башына улар 227 мең баш ҡына ҡала. Сабир Әхмәтйән улы етәкселегендә республикала халыҡ хужалығын тергеҙеү буйынса кисектергеһеҙ саралар күрелә һәм улар ыңғай һөҙөмтә бирә.

Яҡташыбыҙ Сабир Ваһапов күп тапҡырҙар СССР, РСФСР, БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана, 1950 – 1954 йылдарҙа СССР Юғары Советы президиумы ағзаһы була. Республика етәкселәре араһында беренселәрҙән булып дүрт Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән наградлана.

Сабир Ваһапов 1993 йылдың 13 авгусында 89 йәшендә вафат була. Башҡортостан Республикаһы етәкселәренең хушлашыу мәҡәләһендә былай тиелә: “Сабир Әхмәтйән улы иң ауыр эш участкаларына һис уйланып тормай бара торған, ил өсөн ауыр йылдарҙа һуғыш емергән иҡтисадты күтәреү буйынса ҙур эш башҡарған, халыҡ тормошон яҡшыртыу өсөн барыһын да эшләгән кешеләр категорияһына ҡарай. Ҙур яҙмышлы кеше арабыҙҙан китте, әммә уның хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланасаҡ”.

Ғәлимйән КӘРИМОВ, журналист.