Мөғин Мөнир улы 1929 йылдың 12 ноябрендә Ҡорғат ауылында тыуған. Репрессия йылдарында ғаиләһе кулаклыҡта ғәйепләнеп, милке тартып алына. Биш йәшлек Мөғин әсәһе менән Урта Аҡа ауылына әйләнеп ҡайта. Һуғыш башланғанда уға 12 йәш була. Ғаиләһенә нисек тә булһа ярҙам итеү өсөн ул ололар менән бер рәттән эшләй: аттарҙа йөк ташый, ер һөрә, ашлыҡ сәсә, ура. Үҫмер егет аттар менән бик етеҙ идара итә, колхоз аттарын көтә. Еңеү көнөнә тиклем ул ошо ирҙәр эшен башҡара.
Наилә Мәүләүи ҡыҙының да бала сағы һуғыш йылдарына тура килә. Һигеҙ бала араһында үҫә ул. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ҡыҙға 11 йәш тулған була. Һуғыш башланыуы, атаһын фронтҡа оҙатыу тураһында күҙ йәштәре аша һөйләй ул:
– Йәйге эҫе көн. Беҙ урам буйында уйнай инек, малайҙар ниндәйҙер һуғыш тураһында һөйләй башланы. Мин өйгә йүгереп ҡайттым да әсәйем-дән: “Нимә ул һуғыш?”, – тип һораным. Әсәйемдең һуғышты аслыҡ, ялан-ғаслыҡ, емереклек, ҡан ҡойош, үлем, ҡурҡыу менән бәйләп һөйләүе әле һаман хәтеремдә. Шунан атайымды оҙаттыҡ, ағайҙар, улдар фронтҡа китте. Ирҙәр күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә, бер-береһенең, ҡатындарының, балаларының күңелдәрен күтәрергә тырышты. Йырҙар йырлап хушлаштылар: “Донъя хәлен белеп булмай, һау булығыҙ, туғандар!”. Атайым һәр балаһын ҡосаҡлап үпте. Әсәйем атайым эргәһенә арбаға ултырып, уны ауыл осона сыҡҡансы оҙатты.
Шунан башланды йәшәү өсөн көрәшкән осо-ҡырыйы күренмәгән көндәр һәм төндәр. Көҙ ураҡтан һуң баҫыуҙарҙа ҡалған башаҡтарҙы йый-ҙыҡ. Бойҙайын сүпләп алып, әсәйебеҙгә он әҙерләргә килтерҙек. Кесерткән менән балтырғандан аш бешерҙек, унда аҙлап ҡына картуф менән он ҡуштыҡ. Күп кеше үлде ул ваҡытта аслыҡтан. Әсәйебеҙ үҙенең тырыш хеҙмәте менән балаларына үлергә бирмәне.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында цензура көслө була. Белеме булғандар, тейешле кешеһенә барып етеренә өмөт итеп, фронттан хат яҙырға тырышты. Бер күршебеҙҙең һуғыштан яҙған һуңғы хаты: “Ураҡҡа төшәбеҙ. Ураҡ ҡаты һәм аяуһыҙ булырға оҡшай”. Фронттан өсмөйөшлө хаттар килә. Уларҙа адрестар булмай, бары “Ялан почтаһы” тип яҙылған һәм хәрби часть номеры ҡуйылған.
Бер аҙҙан ҡайһы бер ауылдаштарыбыҙҙың һәләк булыуҙары тураһында хаттар килә башланы. Беҙ уларҙы “Ҡара ҡағыҙ” ти торғайныҡ. Шундай тәүге хатты ауылда күршебеҙ Миннур Ғәлимйән ҡыҙы алды. Ире Ғәзизйән үлеп ҡалған икән. Шулай итеп, дүрт бала һәм әсәһе ҡарынындағы әле донъяға ла килеп өлгөрмәгән бер сабый атайһыҙ ҡала. Ҡатындың ҡайғыһын уртаҡлашырға күршеләр йыйылды, ҡатындар һәм балалар илашты. Бик ҡыҙғаныс ине улар. Һуңынан тағы ла бик күп өсмөйөшлө ҡара ҡағыҙҙар килде. Уларҙа “Геройҙарса һәләк булды”, “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән һүҙҙәр яҙылған ине. Ауылдаштар бер-береһенә ярҙам итеп йәшәй, еңеүгә ышана. Беҙҙең атайыбыҙ Мәүләүи Вәлиев 1945 йылда һуғыштан ҡайтты. Күр-һәткән батырлыҡтары өсөн күп һанлы орден-миҙалдар менән бүләкләнә. Беҙ һуғыш йылдарының бар ауырлыҡтарын еңеп сыҡтыҡ һәм батыр яҡташтарыбыҙҙың, атайҙарыбыҙҙың Еңеү яулап ҡайтыуын күрҙек, – ти Наилә Мәүләүи ҡыҙы.
Үҫеп килгән быуын ҡыйыулығығыҙ һәм сабырлығығыҙ, Еңеүгә ышанысығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәтле. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм илебеҙ именлеге хаҡына күрһәткән батырлығығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ.
Мөнировтар ғаиләһе 70 йылдан ашыу бергә парлап ғүмер итә. Көҙөн икеһе лә 90 йәшлек юбилейҙарын билдәләнеләр. Тормош һынауҙарын бергә үтеп, бар ауырлыҡтарҙы бергә еңәләр, шатлыҡтарын уртаҡлашып йәшәйҙәр. Мөғин Мөнир улы бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышланы – Әжекәй, Оло Аҡа мәктәптәрендә балаларға география фәненән белем бирҙе. Бер-нисә быуын уҡыусылар сығара ул. Уҡыусылары уны әле лә онотмай, хөрмәт итәләр. Наилә Мәүләүи ҡыҙы оҙаҡ йылдар клуб мөдире, киномеханик, китапханасы булып эшләне.
Беҙ, Оло Аҡа ауылы халҡы, хөрмәтле ауылдаштарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Улар биш балаһын да лайыҡлы кешеләр итеп үҫтерҙеләр, улар-ға белем бирҙеләр, тормош юлын һайлағанда ярҙам иттеләр. Ҡыҙҙары Флорида – медицина хеҙмәткәре, Ләлә лаборант-тикшереүсе булды, Рәйлә – физика һәм математика уҡытыусыһы, улдары Ринат – төҙөүсе, Рәйес – агроном. Мөнировтар бәхетле ҡартлыҡ өсөн балаларына рәхмәтле, уларға, килен-кейәүҙәренә, ейәндәренә һәм бүләләренә һөйөү һәм ихтирамдарын белдерәләр.
Лениза БАҺАУЕТДИНОВА,
Оло Аҡа ауылы.