Мәсетле тормошо
-1 °С
Облачно
Милли проекттар
21 Октября , 09:15

Мәҙәниәт йорто йәнә ишектәрен асты

Яңыраҡ Яңы Мишәр ауылында ҙур байрам үтте. Ҡыйығын яңыртып япҡандан һуң, урындағы мәҙәниәт йорто йәнә үҙ ишектәрен асты. Бинаны яңыртыу “Ғаилә” милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырылған “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” төбәк проекты конкурсында Яңы Мишәр үҙәкләштерелгән клуб системаһының еңеүе һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәҙәниәт йорто йәнә ишектәрен астыМәҙәниәт йорто йәнә ишектәрен асты
Мәҙәниәт йорто йәнә ишектәрен асты

Ауыл клубының ҡыйығын капиталь ремонтлауға 9,6 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Был аҡса ҡыйыҡты алмаштырыу мөмкинлеге биреп кенә ҡалманы, ә уның терәк конструкцияһын тулыһынса тергеҙергә ярҙам итте. Хеҙмәткәрҙәр һәм мәҙәниәт йортона йөрөүселәр өсөн хәүефһеҙлек мәсьәләһе лә хәл ителде. Район үҙәгенән алыҫ урын-лашҡан ауыл өсөн был мәҙәни хеҙмәттәр менән файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итеүҙә һәм ауылда социаль тормошто һаҡлап ҡалыуҙа мөһим аҙым булды.
Төҙөлөш эштәренең тамамланыуының клубта Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итеү менән тап килеүе символик мәғәнәгә эйә. Ауыл халҡын икеләтә байрам менән район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Ҡадирова, Яңы Мишәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров, район Советы депутаты Юрис Латыпов, шулай уҡ подрядсы ойошма вәкиле Геннадий Мазманян ҡотланы.
Һәр ҙур эштең уңышы битараф булмаған кешеләрҙең ярҙамына бәйле. Мәсетле районы мәҙәниәт бүлеге клубты ремонтлауҙа ярҙам күрһәткән өсөн Яңы Мишәр ауылынан Юлиә һәм Азат Ғайсиндарға, Ләйсән Сөләймәноваға, Юнир Ниғәмәтйәновҡа һәм Миңлегөл Сәхәүетдиноваға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Байрам концерт менән башланды – яңыртылған клубтың ижади коллективтары сығыш яһаны. Һуңғы аккордтар яңғырағандан һуң, байрамдың тәмле өлөшөнә күстеләр – ҡунаҡтарҙы “Башҡортостан икмәге” конкурсы көтә ине. Урындағы оҫтабикәләр жюри иғтибарына иң яҡшы ҡаластарын тәҡдим итте, рецептары менән уртаҡлашты һәм бешереү сер-ҙәрен һөйләне.
Жюри ағзалары талапсан һәм ғәҙел булды. Почет пьедесталы түбәндәгесә бүленде: беренсе урын – Илһөйәр Ғәлимова, икенсе – Юлианна Кузнецова, өсөнсө – Регина Кәримова. Махсус номинацияларҙа ла еңеүселәр булды: “Өләсәйем рецебы” – Рәтифә Ғарипова, “Әсетке батшаһы” – Наилә Хәйретдинова, “Икмәк-гигант” – Вероника Ғәлимова, “Он ижады” – Клара Рәхимова, “Икмәк сәнғәте” – Миңлегөл Сәхәүетдинова. Ҡатнашҡан һәм йолаларға тоғро ҡалған өсөн Вәсимә Рәшитова, Гөлсимә Ғәлләмова, Фәрзәнә Хәсәнова, Рәйфә Сәхәүетдинова, Гөлфәрә Хәкимова һәм Зинфира Ғайсина иҫтәлекле бүләктәр алды.
Байрам барыһын да берләштерҙе. Тамашаға килеүселәр һәм ҡунаҡтар үҙҙәрен ябай тамашасы итеп түгел, ә ҙур ауыл байрамының тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусылары итеп тойҙо һәм хуш еҫле икмәк, ҡамыр ризыҡтары менән һыйланды. Ҙур ремонттан һуң мәҙәниәт йорто йәнә байрамдар үткәрергә һәм йыл әйләнәһенә Яңы Мишәр халҡына илһам бүләк итергә әҙер.
Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: