Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Апрель , 09:40

Ямаш халҡы ҡәнәғәт

 Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктында телемедицина технологияларын файҙаланыу мөмкинлеге бар.

Ямаш халҡы ҡәнәғәт
Ямаш халҡы ҡәнәғәт

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Балаҡатай районының Ямаш ауылында яңы йыл алдынан модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелгәйне. Ошо ваҡыт эсендә медицина учреждениеһы пациенттарҙы 600 тапҡыр ҡабул итергә өлгөрҙө.

Яңы ФАП район үҙәгенән 45 километрҙа урынлашҡан. Ул 800-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерә.Тәүге медицина ярҙамын тәжрибәле фельдшер Ольга Захарова күрһәтә. Заманса бинала процедура, прививка яһау кабинеттары, ҡабул итеү бүлмәһе, гардероб бар. Модулле ФАП халыҡҡа күрһәтелгән медицина ярҙамын яҡшыртырға ярҙам итте.

– Миңә яңы медицина учреждениеһында эшләү бик оҡшай. Хеҙмәт сифатын яҡшыртыу, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтө уңайлыҡтар булдырылған. Коммуникациялар үткәрелгән, телемедицина технологияларын файҙаланыу мөмкинлеге бар, – тип билдәләне Ольга Захарова.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
 
Автор: