Бөтә яңылыҡтар

Эшҡыуарҙар һаны арта

Эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында - икенсе, Рәсәйҙә унынсы урында тора. 

Эшҡыуарҙар һаны арта
Эшҡыуарҙар һаны арта

Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») буйынса сығымдар федераль ҡаҙнанан 4,4 миллиард һәм төбәк ҡаҙнаһынан 300 миллион һум тәшкил иткән. Билдәле булыуынса, милли проекттар ил Президентының май указдарына ярашлы раҫланды. 

Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төбәктә 136 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты бар.  2018 йылдан алып уларҙың һаны 9,2 мең берәмеккә йәки 7,3 процентҡа артҡан. Эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында - икенсе, Рәсәйҙә унынсы урында тора.

“Бындай һөҙөмтәләргә республикала ярҙам сараларының берҙәм системаһы булышлыҡ итте, ул эшҡыуарҙарға ярҙамды бизнесты үҫтереүҙең барлыҡ этаптарында күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя”, – ти министр Рөстәм Афзалов.

Милли проект сиктәрендә республиканың 13 муниципалитетында “Минең бизнесым” үҙәгенең офистары асылды.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
 
Автор: