Бөтә яңылыҡтар

Тәмле лә, сифатлы ла

Балаҡатай районының Ямаш ауылында ит ярымфабрикаттары етештереү буйынса инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. 

Тәмле лә, сифатлы ла
Тәмле лә, сифатлы ла

Йәмғиәттә бизнесты популярлаштырыу – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының мөһим йүнәлештәренең береһе.

“Ямашпродукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2017 йылда булдырылған, предприятие эшмәкәрлегенең төп төрө – ит ярымфабрикаттары етештереү. Ямаш ауылындағы буш торған биналарҙың береһендә предприятие директоры Юрий Швалев ремонт яһаған, кәрәкле ҡорамалдар, һыуытыу ҡулайламаһы һатып алған һәм ит ярымфабрикаттары етештереү цехы асҡан. Уның ҡулдан яһалған билмәндәре, кәтлиттәр, чебуректар, варениктар һәм башҡалар халыҡта ҙур һорау менән файҙалана.

Ярымфабрикаттар өсөн ит, ГОСТ стандарттарына ярашлы, тәмле тәбиғи сеймалдан әҙерләнә, был продукцияның сифатын гарантиялай, сөнки ит кәрәкле тикшереү үтә. Бөгөн ит ярымфабрикаттары етештереү цехында 15 кеше эшләй, көнөнә улар 500 килограмм төрлө продукция сығара.

Предприятиеның Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһе территорияһында халыҡ ихаталарында, райондың агросәнәғәт комплексында үҫтерелгән экологик яҡтан таҙа ватан продукцияһы бик сифатлы һәм Балаҡатайҙа, күрше райондарҙа йәшәүселәрҙә ҙур һорау менән файҙалана. Шулай уҡ продукция Екатеринбург ҡалаһының, Өфөнөң берәмләп һатыу магазиндарына һәм ҙур аҙыҡ-түлек предприятиеларына, республиканың шифахана-курорт учреждениеларына һатыла.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Балаҡатай районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор: