Мәсетле тормошо
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Октябрь 2023, 14:30

Оҫталыҡтың юҡтыр сиктәре

Республика онкология диспансерында ҡолаҡ эргәһе шайыҡ биҙҙәрендәге яман шештәргә йылына уртаса 20 операция яһала...

Оҫталыҡтың юҡтыр сиктәре
Оҫталыҡтың юҡтыр сиктәре

Быйыл алдынғы технологияларҙы ҡыйыу үҙләштереү Республика онкология диспансеры хирургтарына ҡатмарлы әмәлиәттәрҙе уңышлы үткәрергә булышты. Шул арҡала онкологтар бригадаһы ун кешенең шайыҡ биҙендәге яман шештәрҙе операция ярҙамында ала алды. Өҫтәүенә пациенттарҙың йөҙ хәрәкәтен һаҡлап ҡала алғандар. Ҡатмарлы әмәлиәт “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” программаһына ярашлы алынған заманса ҡорамал ярҙамында башҡарылған.

Процедура ҡатмарлы, хирургик әмәлиәт барышында  биҙҙән зыян килтермәйсә йөҙ нервын бүлеп алырға кәрәк. Уға зарар килгәндә, парез һәм фалиж һуғыу сирҙәре барлыҡҡа килеүе, кешенең социаль хәленә һәм физик торошона кире йоғонто яһауы бар.

 Әмәлиәт барышында хирургтар бригадаһы операция микроскопы һәм интраоперация нейромониторингын файҙалана, был ҡорамалдар периферия нервылары хирургияһында  ҡулланылыусы алтын стандарт. Яңы аппарат неврологик өҙлөгөүҙәрҙе кәметә. Шайыҡ биҙҙәренә яһалған әмәлиәттәр йыш ҡына дауалауҙың иң тәьҫирле һәм тиҙ ысулы.  Республика онкология диспансерында ҡолаҡ эргәһе шайыҡ биҙҙәрендәге яман шештәргә уртаса йылына 20 операция яһала.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
 
Автор: