Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Декабрь 2022, 14:30

Балаҡатай районы үҙәгендә “Нефтсе” паркы асылды

“Үҙгәртеп эшләү тамамланғандан һуң  парк заманса ял итеү урынына әйләнде”, – тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Мәсғәүт Миңлеғәлин “Бәйләнештә” селтәрендә

Балаҡатай районы үҙәгендә “Нефтсе” паркы асылды
Балаҡатай районы үҙәгендә “Нефтсе” паркы асылды

“Үҙгәртеп эшләү тамамланғандан һуң  парк заманса ял итеү урынына әйләнде”, – тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Мәсғәүт Миңлеғәлин “Бәйләнештә” селтәрендә.

Биләмәлә хәҙер скейт-парк, күп функциялы күнегеү комплексы майҙансығы,  балалар өсөн спорт-уйын майҙаны, шулай уҡ футбол, волейбол һәм баскетбол өсөн урындар бар. Парк сиктәрендә заманса яҡтыртҡыстар ҡуйылған.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

Фото: “Башинформ”.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты# региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор: