- Мин 11 йыл дауамында балаларға президент шыршыһы байрамын үткәреүҙе ойоштороу менән шөғөлләндем. Шул ваҡытта уҡ аудиоәкиәттәр яҙҙырыу тураһында хыялым бар ине. Мәҙәниәт министрлығы һайлап алыу өсөн бер нисә әкиәт тәҡдим итте һәм шулай итеп эш башланды. Әкиәттәрҙе Фирғәт Ғарипов, Фирҙәт Ғәлиев, Фәрхәт Ғәйнетдинов һәм Зилә Ситдиҡова уҡыны. Бөгөн Киплингтың “Маугли”һын эшләйбеҙ. Март аҙағына тиклем Роберт Стивенсондың “Хазиналар утрауы”н тамамларға уйлайбыҙ. Киләсәктә халыҡ әкиәттәренең дә аудикитаптарын булдырыуға тотонорбоҙ, - тип эш барышы хаҡында һөйләне төркөм етәксеһе, “Башҡортостан” дәүләт концерт залының баш режиссеры Илшат Фәхретдинов.
Уҡыусылар, әкиәт яратыусылар бөгөндән үк Милли китапхананың сайтына инеп, түбәндәге әкиәттәрҙе тыңлай ала: “Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары”, “Мең дә бер кисә” (ул Шәһризаданың һигеҙ әкиәтенән тора: “Әкиәт былай башлана”, “Үгеҙ менән ишәк тураһында хикәйәт”, “Аладдин менән тылсымлы шәм”, “Али Баба менән ҡырҡ юлбаҫар”, “Балыҡсы тураһында әкиәт”, “Тылсымлы ат тураһында әкиәт”, “Һыңар күҙле батша тураһында әкиәт”, “Сәйәхәтсе Синбад”.