Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Октябрь 2020, 16:20

Мәсәғүттәр өсөн - Ғаилә паркы

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк проекты нигеҙендә мәсәғүттәр өсөн рәхәтләнеп ял итеү урыны барлыҡҡа килде.

Күптән түгел генә биләмәне иҫке мәктәп бинаһы йәмһеҙләп тора ине, тирәк, ҡарағура баҫҡайны. Хәҙер бында күркәм Ғаилә паркы төҙөлөшөнөң беренсе этабы тамамланды. Унда өлкәндәр өсөн дә, балаларға ла яҡшы ял итеү мөмкинлеге булдырылған.
Әҙерлек эштәре 2019 йылда уҡ башланғайны. Быйыл иһә тротуарҙар һалынды, балалар, баскетбол, ГТО майҙансыҡтарына резина япма түшәлде, ял һәм өҫтәл уйындары зоналары барлыҡҡа килде, яҡтыртҡыстар ҡуйылды, автомобилдәр өсөн туҡталҡа асылды, парк биләмәһе, баскетбол зонаһы ҡоймаланды.
2020 йылға планлаштырылған эш тамамланғас, 250 барбарис ҡыуағы һәм 13 ҙур ағас ултыртылды. Төҙөлөштөң икенсе этабы киләһе йылда дауам итәсәк. Балалар майҙансығын ике йәш төркөмөнә бүлеп, уйын ҡулайламалары, бәләкәй архитектур формалар, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары һ.б. ҡуйыу күҙаллана.
Фото: duvan.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова