Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Март 2020, 12:00

Милли проект: Иң мөһиме - һаулыҡ

Башҡортостанда "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы дауам итә. Табиптар десанты һеҙҙең яҡтарға килдеме?

Быйыл медицина белгестәре бригадалары күсмә тикшереүҙәр менән республиканың бөтә районында ла буласаҡ. Ошо көндәрҙә табиптарҙың Дәүләкән районына барыуы көтөлә.
23 - 27 мартта "табип десанты" Благовещенда эшләйәсәк. Артабан тикшереүҙәр майҙа дауам итеп, октябргәсә буласаҡ.
Табиптар алты йүнәлеш буйынса йөрөйәсәк. Теүәл генә маршруты һуңғараҡ хәбәр ителә. Был күсмә тикшереүҙәрҙә айырым иғтибар - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: илдә Президент ҡушыуы буйынса әҙерләнгән 12 милли проект ғәмәлгә ашырыла. Шулар араһындағы "Һаулыҡ һаҡлау" һәм "Демография" милли проекттары маҡсаттарына ирешеү өсөн иң тәү сиратта халыҡтың сәләмәтлегенә лә иғтибар бүлергә кәрәк.
Фото: БР Башлығы Хакимиәтенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова