Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Март 2020, 11:30

Милли проект: Башҡортостан эшҡыуарҙары ярҙам аласаҡ

Быйыл республиканың 20 меңләп эшҡыуары дәүләт ярҙамы менән файҙаланыуы мөмкин. Дүшәмбе уҙған Хөкүмәт оперативкаһында ошо турала әйтелде.

Ағымдағы йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 1,4 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Был, былтырғы менән сағыштырғанда, 200 миллион һумға күберәк.
2019 йылда 8000 эшҡыуар дәүләт ярҙамы алған. Ярҙамға, әлбиттә, аҡсалата ғына түгел. Бында һалым льготаһы ла, консультация ла, күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу мөмкинлеге биреү ҙә, ер-мөлкәт мәсьәләләрен хәл итешеү ҙә инә.
Беҙҙә ярҙам механизмдары күп. Һәм улар тағы ла артасаҡ. "Минең бизнесым" үҙәктәре лә күбәйәсәк (2024 йылға улар республиканың һәр ҡалаһында булырға тейеш), туристик һәм һөнәрселек коворкингтары, Көнкүреш йорто ла асыласаҡ.Эшҡыуарлыҡты үҫтереү РФ Президенты ҡушыуы буйынса әҙерләнеп ғәмәлгә ашырылған "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы алып барыла.

Фото: ТАСС.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова