Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Март 2020, 11:30

Милли проект: китапханалар ҙа үҫеш юлында

Ике аҙнанан 2021 йылда муниципалитеттарҙа моделле китапханалар булдырыу буйынса конкурсҡа һайлап алыу башлана.

Ғаризалар 23 марттан 9 апрелгәсә дауам итә. Һайлап алыу "Мәҙәниәт" милли проектының "Мәҙәни мөхит" федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сигендә башҡарыла.
Модель китапханалар төҙөүҙең маҡсаты - халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү, китапханаларҙың фондын арттырыу, интернетҡа тоташтырыуҙы тәьмин итеү, уңайлы китапхана мөхите булдырыу.
Былтырғы конкурс буйынса ағымдағы йылда беҙҙә өс заманса китапхана барлыҡҡа киләсәк. Бының өсөн республика федераль ҡаҙнанан 20 миллион һум аҡса аласаҡ.
Әйткәндәй, 2019 йылда конкурста ҡатнашыуға илдең 78 төбәгенән 500-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. 110 китапхана еңеүсе булған. Шул иҫәптә Башҡортостан да бар.
Фото: "Башинформ"